«Этно стилдәге биҙәүестәр эшләүгә мине ырғаҡ менән заманса селтәр бәйләү алып килде. Тәүге ҡыҙыл селтәрҙе мәрйендәр генә ҡушып бәйләһәм, тора-бара аҫыл таштар, тәңкәләр ҡуллана башланым. Шунан бирле ҡул менән эшләнгән биҙәүестәргә өҫтөнлөк бирәм. Уйға ниндәйе килә, тотам да эшләп ҡарайым. Бер урында ғына туҡтап ҡалмайым, гелән эҙләнеү өҫтөндәмен», – ти ул. Барыһының да серҙәрен белгеһе килә. Нәҡ шул ныҡышмал холҡо полимер балсыҡтан биҙәүестәр эшләргә ҡыҙыҡһыныу уята. Интернетта эпоксид ыҫмаланан ҡойолған балдаҡтарҙы күреп, был ҡул эше төрөн дә башҡарып ҡарарға теләге тыуа. Аҙаҡ инде ошо ике материалды ҡушып эшләй. Тәүҙә күрекһеҙ генә сыҡһа ла, бейеүсе бейей-бейей оҫтара, тигәндәй, биҙәүестәре уңышлыраҡ була башлай. «Үҙемдә, туғандарымда күреп, таныштар ҙа эшләп биреүемде һорай хәҙер. Яйлап ҡыҙыҡһыныуым тәрәнәйҙе», – ти уңған ҡыҙ.