+23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең бәйгеләр
22 Июль 2019, 18:30

Башҡортостанда Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға эштәр ҡабул ителә

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияны тапшырыу буйынса комиссия документтар ҡабул итә башланы. Положениеға ярашлы, премия 2018 йылдың сентябренән 2019 йылдың авгусына тиклем сыҡҡан иң яҡшы әҫәрҙәр өсөн журналистарға, шулай уҡ журналистар коллективына тапшырыла.

Дәғүәселәрҙең эштәре репортаж, очерк, документаль повесть һәм публицистик мәҡәлә; теле- һәм радиотапшырыу; фотоэштәр серияһы формаһында булырға тейеш. Улар республика, Рәсәй йәки сит ил баҫма йәки электрон киң мәғлүмәт сараларында; айырым китап булып сығыуы шарт. Конкурс әҫәрҙәре темаларына замандаштарҙың образдары, халыҡтар дуҫлығы һәм милли мәҙәниәттәрҙең байлығы, гражданлыҡ тыныслығы һәм йәмғиәттәге татыулыҡ, республиканыү социаль-иҡтисади үҫеше инә.
Материалдар 2019 йылдың 1 сентябренә тиклем түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: 450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, Башҡортостан Журналистар союзы, 912-се офис (Матбуғат йортоноң 9-сы ҡатында). Телефон (факс): (347) 276-42-66.
Ижади бәйгенең положениеһын һылтанма буйынса үтеп ҡарағыҙ.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: