+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең бәйгеләр
9 Июль 2019, 17:44

Күңел йыуанысы

Өфө ҡалаһынан Айһылыу Якушеваның ҡыҙыҡһыныуҙары, мауығыуҙары баштан ашҡан: тегә, бәйләй, квиллинг (ҡағыҙ таҫмаларҙан картиналар яһау), декупаж (төрлө әйберҙәрҙе һүрәт йәбештереп биҙәү) менән шөғөлләнә, «Тулған ай» вокал ансамбленә йөрөргә өлгөрә, гөл үҫтерә, шиғыр яҙа, ағасты көйҙөрөп һүрәт төшөрә, хатта өйөндә мебель менән баҫҡысын да үҙе эшләп ҡуя...

Өфөнөң Дим районы ағинәйҙәр ҡоро ағзаһы ла ул. «Күп йылдар йоғошло ауырыуҙарҙан да­уалау кабинетында шәфҡәт туташы булып хеҙмәт итәм. Был эштә төрлө хәлдәге кешеләр менән осрашырға, еңел булмаған ваҡиғаларға ла тарырға тура килә. Ҡул эштәре миңә күңел тыныслығы бирә, йыуандыра, ҡыуандыра. Бәләкәс кенә тимер киҫәктәренән биҙәктәр теҙеү, уларҙың матур биҙәүестәргә әүерелеүен күреү айырыуса мауыҡтыра», – ти ул.

Читайте нас: