«Дәрестәрҙә башҡорт милли аш-һыуына, кейемдәренә, кәсептәренә, биҙәүестәренә ҙур иғтибар бүләбеҙ. Тик туған телдә аралашабыҙ. Уҡыусыларҙың милләтебеҙ тарихын, мәҙәниәтен өйрәнеүгә теләге, ҡыҙыҡһыныуы көслө. Тыуған мөхиттә тәрбиәләнеүгә ни етә! Үҙ ҡулдары менән эшләгән әйберҙәрен яҡындарына бүләк итеп ҡыуандыралар. Бәйгеләрҙән дә урынһыҙ йә бүләкһеҙ ҡайтҡаныбыҙ юҡ. Һеҙҙең конкурста ла ҡатнашырға йөрьәт иттек», – ти ул.