+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең бәйгеләр
14 Май 2019, 13:34

Изгелек, именлек билдәһе

Өфө ҡалаһынан Айгөл Шәйәхмәтова фриволите ысулы менән биҙәүестәр үрә.

«Һөнәрем буйынса мин – банк хеҙмәткәре, һәр эште уйлап, еренә еткереп башҡарырға күнеккәнмен, холҡом да ныҡлы, унда хис-тойғоға урын юҡ, тип уйлап йөрөгәндә... Интернет селтәрендә ептән үрелгән зауыҡлы һәм нәзәкәтле әйберҙәрҙе күреп ҡалдым да «ғашиҡ булдым». Был хаҡта барлыҡ мәғлүмәтте өйрәнергә тотондом. Шул мәлдән алып һоҫамды ҡулымдан төшөргәнем дә юҡ. Һәр башҡорттоң күңелендә йыр-моң ята, тиҙәр. Миндә йәшеренгән моңдо, быға тиклем «йоҡлап ятҡан» ижади һәләтемде тап ошо фриволите уятты», – ти ул. Тыуған мәҙәниәтебеҙгә, тарихыбыҙға, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙгә булған һөйөүе ҡул эштәрендә лә сағылыш таба. Әҙер һыҙмалар менән генә сикләнмәй Айгөл, башҡорт орнаменттарын ҡулланып, биҙәктәрҙе үҙе уйлап сығара. Ябай ептән һоҫа ярҙамында төйнәп әҙерләгән алҡа, муйынсаҡ, беләҙек, түшелдеректәре үҙенсәлекле, матур. Мәрйен, сәйлән, тәңкәләр уларҙы тағы ла күркәмерәк итә. «Ҡояш тамғаһы менән биҙәлгән һырғаны бәйге өсөн махсус рәүештә үреп әҙерләнем. Әүернә – изгелектең, именлектең иң боронғо билдәләренең береһе ул. Йөрәк һүрәте иһә ҡунаҡсыллыҡты аңлата», – ти Айгөл.
Читайте нас: