-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең бәйгеләр
7 Май 2019, 12:22

Дәүер һыҙланыуы

Өфө – Мәскәү самолеты көндөҙгө икелә Рәсәйҙең баш ҡалаһының Внуково аэропортына килеп төштө.

Ҡунаҡханаға урынлашып, ял итеп алғас, Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы һүҙ башланы:
– Мәскәүҙә күргең килгән урындар күптер, шулай ҙа һиңә бер ергә барып килергә тәҡдим итәм, – тине.
Шатланып риза булдым:
– Миңә барыһы ла ҡыҙыҡ, Рәшиҙә апай!
– Бик ҡыҙыҡ та урын түгел шул. Мәскәүгә килгән һайын унда барам, быны үҙемдең бурысым тип һанайым. Һиңә Мәскәүҙе күрһәтеүҙе зыяраттан башлағым килмәй ҙә бит, иртәгә ваҡыт булмаясаҡ.
Бик ҙур зыяраттың уртаһында бер өй самаһылай ерҙе биләгән туғандар ҡәберлеге булып сыҡты Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы ашҡынып барған урын. Ҡәберҙә бик күп кешеләр бергә күмелгәне күренеп тора, бәләкәй генә таҡта киҫәгенә исемдәре яҙылып, ҡаҙап ҡуйылған: Тухачевский, Васильев, Мортазин…
– Рәшиҙә апай, был беҙҙең данлыҡлы комбриг Муса Мортазин бит! – Тулҡынланыуҙан хатта тыным ҡыҫылды. – Шундай ҙур шәхесебеҙ ошонда ерләнгәнме, исеме ҙурлап яҙылған ҡәбер ташы ла юҡмы ни?!
– Эйе. Ул минең ике туған олатайым. Ғаиләбеҙҙең иң ҙур ғорурлығы ла, мәңге уңалмаҫ яраһы ла, үҙәктәрҙе өҙөрлөк һағышы ла. Хәтерләйем: мин бала саҡта уның исемен әйтеү ҙә тыйылды. Әсәйем, бер нәмәгә ҡарамайынса, йыл һайын уның рухына бағышлап аят уҡыта торғайны, – Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы үҙе һөйләй, үҙе ҡулъяулығын алып, олатаһының исеме яҙылған таҡтасыҡты һөртә. Күҙҙәренән бер туҡтауһыҙ йәш тама.
…Китаптар аша ғына таныш тарих, әллә ҡайҙа – икенсе донъяла барған хәлдәр йылдар аша миңә яҡынайған һымаҡ. Бөтә йөрәгем менән ошонда күмелгән өс йөҙҙән ашыу кешенең һыҙланыуын тойғандай булдым. Барыһы ла атылған, ә һуңынан исемдәре аҡланған. Өс йөҙ ир типһә тимер өҙөрлөк сағында үлтерелгән. Етем ҡалған балалар һаны, әлбиттә, өс йөҙ генә түгел, Мортазиндың ғына ла алты балаһы була. Ә бындай ҡәберҙәр Рәсәйҙә әҙме ни? Яңы тормош ниндәй ауырлыҡтар, юғалтыуҙар аша төҙөлгән!
Белгән доғаларҙы уҡып, данлыҡлы яҡташыбыҙ рухына тыуған ерҙән сәләмдәр тапшырғас, тағы бер зыяратҡа йүнәлдек.
Был ҡәберлек яҡында ғына булып сыҡты. Унда комбригтың ҡустыһы Ҡасим, дүрт балаһы ерләнгән – билдәле сәнғәт эшмәкәре Шәүрә Мортазина һәм уның ҡустыһы Асҡар, һеңлеһе Ынйы, апаһы Зөбәржәт.
Рәшиҙә апайҙың яҡын кешеләренең яҡты рухын рәнйетеүҙән ҡурҡып, һаҡ ҡына үҙемде ҡыҙыҡһындырған һорауҙы бирәм:
– Шәүрә апай менән аралашып йәшәнегеҙме, уның яҙмышы нисегерәк булды?
– «Халыҡ дошманы» тип, бөтәһе баш тартҡанда ла, әсәйем уларҙы һәр ваҡыт яҡын күреп ҡабул итте. Муса олатайҙың ҡатыны Фәтихә әбей Магнитогорскиҙан беҙгә йыш килеп йөрөнө. Шәүрә апай ҡырыҫыраҡ холоҡло, бик талантлы шәхес ине. Сәйәси золом ҡорбандары балаларына ниндәй яҙмыш яҙылһа, шуны үтте. Кешеләргә ғүмер буйы ҙур һаҡлыҡ менән ҡарап йәшәне. Туғандарҙан беҙҙең менән генә аралашты – минән, улым Илдарҙан, киленем Ларисанан башҡа берәүҙе лә яҡын килтермәне. Ул Өфөнән Мәскәүгә күскәс тә гел янына барып йөрөнөм. Ризыҡ талон менән бирелгән ауыр йылдарҙа аҙыҡ-түлек илтә торғайным. Мәскәү уртаһын­дағы коммуналь фатирҙа ике бүлмәһе бар ине. Шәүрә апай вафат булғас, бүлмәләр күршеһенә күсте. Ябай ғына әйберҙәрен (затлы һауыттарын, «үҙе бүләк итте» тип, күршеһе алды) машинаға тейәп, Учалы районы Көсөк ауылындағы музейға ҡайтарттым. Улар араһында көмөш ҡалаҡ – Муса олатай төҫө булып ҡалған берҙән-бер ҡиммәтле әйбер. Балкондағы гөл тупрағына тығылған был ҡалаҡты осраҡлы күреп ҡалып, олатайым тотоп ашаған ҡалаҡ тип, музейға тапшырҙым. Шәүрә һәм Зөбәржәт апайҙарымдың ҡәбер таштарын Ирәмәлдән килтереп ҡуйҙырыуым менән үҙемде тынысландырам. – Күренеп тора, Рәшиҙә апай өсөн был һөйләшеү ҙә, иҫтәлектәрҙе яңыртыу ҙа еңел түгел…
Бер ғәйепһеҙ ғәйепләнгән меңдәрсә кешеләрҙең туғандарына был турала һөйләшеү һәр саҡ яраны ҡуҙғатыу менән бер. Сәйәси золом ҡорбандарына арналған сараларҙан һуң тамаҡҡа әсе төтөн ултырғандай ауыр кисереш биләй торғайны. Бөгөн дә тап шундай тойғо солғаны.
Тормошта көтөлмәгән осра­шыуҙар, уйламаған хәлдәр шаһиты булырға тура килә ҡайһы саҡта. Ҡасандыр йөрәгемде өшөткән, күңелемде мәхшәр дауылдай тетрән­дергән ваҡиғаның ун йыллап ваҡыт үткәс Мәскәүҙә дауам итерен күҙ алдына ла килтермәгәйнем...
Ҡунаҡханаға ҡайтып барғанда ошоларҙы уйлап, иҫтәлектәр ебен тағата башланым. Минең хәтеремдә лә был ғаилә менән бәйле тетрән­дергес ике ваҡиға ята…
Ул ваҡытта район мәҙәниәт бүлегендә эшләй инем. Бөтә республикала, Өфөлә Муса Мортазиндың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған саралар уҙа. Данлы, шанлы йылдарҙа комбригтың көрәш юлы, ҙур бәхәстәр тыуҙырған походы тап беҙҙең ра­йондан үткәнгә күрә, юбилей тантаналары Баймаҡта ла ойошторолдо. Уның яҡташтары, Өфөнән бик күп ҡунаҡтар килде. Ә иң көтөп алынған ҡунаҡ Магнитогорск ҡалаһынан Наилә Мортазина – комбригтың иҫән ҡалған берҙән-бер ҡыҙы ине. Тулҡын­ланып ҡаршы алдыҡ Наилә апайҙы. Ни эшләп оло шәхестең ҡыҙын элек белмәгәнбеҙ, ул нисек йәшәгән, ғаилә хәле ниндәй, атаһы тураһында нимәләр һөйләр? Башта мең төрлө һорау. Ләкин тәү күргән кешене шунса һорау менән борсойһоңмо инде? Ябай, үтә лә ябай кейенгән ине ул. Үҙен дә ғәҙәти тота, асылып бармай. Рус телендә һөйләшә: «Аңлайым, ләкин башҡортса һөйләшә алмайым», – тип ғәфү үтенде. Тантаналы саралар тәүге көндә район мәҙәниәт йортонда үтте. Ғилми-ғәмәли конференция, ҙур концерт булды. Икенсе көн тантаналар Башҡортостандың беренсе баш ҡалаһы булған Темәстә – Мортазиндың эҙҙәрен һаҡлаған тарихи урында дауам итте. Мин һәр саҡ Наилә апай янындамын, аңлатып һөйләп, таныштырып барам. Ҡәҙерле ҡунаҡ өндәшмәй генә йөрөнө, ҡайһы саҡ ғәжәпләнеп тә ҡуйҙым: бар нәмәгә битараф кеүегерәк тә күренде. Икенсе көн музейҙа башҡорт халыҡ йыры «Томан»ды тыңлап та бөтмәҫтән, ул ҡулыма ҡағылды, «әйҙә, сығайыҡ әле», тип ымланы. Йүгерә-атлай сығып, музей алдындағы сирәмгә йығылды Наилә апай. Күңелендә нисәмә йылдар йыйылған юшҡынды, әрнеүҙәрен, юғалтыуҙарын, һағыштарын күҙ йәштәре аша атаһының эҙҙәре ҡалған ергә түкте ул.
– Ни эшләп мин ошоларҙы белмәгәнмен, атайымды хөрмәт итеүҙәрен тойһам, йәшәү еңелерәк булыр ине. Беҙ әсәйем, һеңлем менән Магнитогорск ҡалаһында подвалда йәшәнек. Аҙна һайын тейешле урынға барып, ҡултамға ҡуйырға ҡушалар ине. Уҡырға мине ФЗО-ға ғына алдылар, йүнләп бер ерҙә лә эшләтмәнеләр. Кешеләр менән аралашырға ла рөхсәт булманы. Мин атайымды гел асыу менән генә иҫкә төшөрә инем, ни эшләп беҙгә ошолай киләсәк ҡалдырҙы икән, тип. – Наилә апай һөйләй-һөйләй илай, мин шаҡ ҡатып ни эшләргә лә белмәй баҫып торам.
Быға тиклем ишеткәндәр, уҡығандар, кинола күргәндәр йөрәккә барып етмәгәнме, хатта әллә ни ышандырмаған да кеүек. Ҡәһәрле яҙмыш кисергән, ҡот осҡос ғәҙелһеҙлектең шаһиты менән осрашыу бөтөнләй икенсе төрлө ҡабул ителә икән. Мин оҙаҡ иҫемде йыя алмайынса йөрөнөм, бик күп уйландым. Ә икенсегә шаңҡыуым Наилә апайҙың үҙ фатирында фажиғәле вафатын ишеткәс булды. Ул оҙаҡ йылдар яңғыҙы ғына йәшәгән, янында ике бесәйе генә булған. Ныҡ ауырығас, «тиҙ ярҙам» саҡыра ла алмаған… Бала саҡтан тирә-яҡтағылар менән ҡатышып өйрәнмәгән апай донъянан ана шулай үкенесле итеп китеп барҙы. Атаһы үлтерелгәс, ғаиләләрен урталай бүлеп, әсәһе һәм бәләкәй һеңлеһе Ләйлә менән Наиләне Себергә ебәреүҙәрен, унда бик ауыр шарттарҙа йәшәгәндәрен, һуңынан Магнит ҡалаһына күсергә рөхсәт иткәндәрен, уҡый алмағандарын илай-илай һөйләүе иҫкә төштө. Һеңлеһенең дә, үҙенең дә шәхси тормоштары бик аяныслы. Наилә апайҙың берҙән-бер улы 18 йәшендә йөрәк сиренән вафат булған. Һеңлеһе лә, уның ҡыҙы ла бик йәшләй донъя ҡуйғандар. Халҡы өсөн һәләк булған ир арыҫланының ер йөҙөндә бер генә лә яҡыны ҡалмаған...
Заман фажиғәһе, быуат ҡыйралыштары кеше яҙмыштарын нисек аямай селпәрәмә килтерә икән! «Милләтем, халҡым» тип йәндәрен фиҙа ҡылған ҡаһарман ирҙәрҙең, уларҙың балаларының үкенесле тәҡдире һиҫкәндерә.
…Уйҙарыма уралып, хәтер йомғағын һүтәм. Кисерештәремде йөрәге менән аңлаған Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙының: «Яҡты киләсәк өсөн үҙҙәрен аямаған ҡаһармандарыбыҙҙың ғәййәр рухы беҙҙең булмышыбыҙҙа дауам итергә тейеш. Сөнки улар намыҫ ҡушыуы буйынса йәшәгән. Улар – дәүер выж­даны», – тигән һүҙҙәре икеләнеүҙәремде таратты.
– Һеҙҙең ғаиләгә был ваҡиғаларҙың шойҡаны теймәнеме? – тип һорайым.
– Тейҙе, әлбиттә, атайымды академияла уҡып йөрөгән еренән «Муса Мортазиндың кейәүе» тип ҡыуып сығаралар, ул республиканың партия ойошмаһын етәкләргә тейеш була, ошо вазифаға кандидатураһы беренсе тора.
Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙының ярһып һөйләүен тыңлап: «Бер ғаиләгә генә лә күпме һынау төшкән, ә ил кимәлендә күпме селпәрәмә килгән хыялдар, үтәлмәгән ынтылыштар, яуланмаған бейеклектәр...» – тип уйлайым.
...Ә Мәскәү һуң! Баш ҡала шундай таныш, ундағы бөтә нәмәне әллә нисә ҡат күргәнмен төҫлө. Рәшиҙә апай ҙа, ғәжәпләнеп, һорап ҡуйҙы:
– Бер нәмә лә ҡыҙыҡһындырманы инде әллә Мәскәүҙә?
– Каштан ағасының сәскәһе оҡшаны, уны тәүгә күрәм. Илдең барлыҡ төбәктәренән әүҙем гүзәл заттарҙы туплаған ҙур йыйын да хәтеремдә күркәм һәм әһәмиәтле ваҡиға булып ҡаласаҡ. Ә Ҡыҙыл майҙанды, иҫтәлекле урындарҙы ҡарап, тарих төпкөлөндә булғандай тойҙом, – тинем. Үҙемдең Богоматерь иконаһы алдында илап торғанымды әйтергә оялдым. Иконаға ҡарау менән унда һүрәтләнгән ҡатындың күҙенән йәш тамсыһы һығылып сыҡҡандай тойолдо. Кешеләрҙең ерҙә кисерәсәк илерткес шатлыҡтары, әрнеүле үкенестәре, болоҡһоу һағыштары өсөн тамалыр төҫлө ул күҙ йәштәре. Үҙеңдең Йыһанда, ваҡыт шауҡымында бер тамсы икәнеңде аңлайһың. Ошо ваҡыт, ошо дәүер һинең булмышыңды, яҙмышыңды билдәләй…

Луиза ДӘҮЛӘТШИНА,

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Баймаҡ ҡалаһы.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 4-се (2019) һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: