-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең бәйгеләр
5 Апрель 2019, 17:34

Һаулыҡ, мул тормош, ғаилә бәхете

Туймазы ҡалаһынан Зөлфиә Краснова: «Алҡа һәм беләҙектәге биҙәктәр Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында йыш осраған өбөрөһөҙ башҡорт балаҫтары орнаменттарына таянып сигелгән.

Һигеҙ ҡырлы йондоҙ бәхет, именлек, муллыҡ, ижад итеү, уңдырышлылыҡты аңлата. Йондоҙ – ай билдәһе, ҡатын-ҡыҙҙың тормошо уға бәйле. Бала табыу, сабыйҙарҙың һаулығы, мал-тыуарҙың ишле булыуы ай билдәһенә бәйле булған, тип һанала. Ишле уҡтар ир менән ҡатындың берләшеүен аңлата. Ромб өйҙөң дүрт мөйөшөн күрһәтә. Тимәк, барыһы бергә балаларҙың һау булыуын, мул тормош һәм ғаилә бәхетен кәүҙәләндергән бетеү килеп сыға.

Ҡалған ике эш 1852 йылда нигеҙ һалынып, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, инде эшен туҡтатҡан Башҡортостан буҫтау комбинаты етештергән буҫтауҙан эшләнгән. Береһенә байлыҡ-муллыҡ билдәһе ҡусҡар, ә икенсеһенә тигеҙлек һәм аһәңлелекте аңлатҡан өсмөйөш биҙәктәре сигелгән. Колье селтәр, һаҡал, муйынса кеүек түшкә тағып йөрөй торған биҙәүестәребеҙгә оҡшатып башҡарылған».
Читайте нас: