Тирә-йүндәгеләренә асыҡ сырайлы, һис ҡасан төшөнкөлөккә бирелмәҫ Маһруйҙың моңо, моғайын да, мөлдөрәп тулған саф, көмөш шишмәләй булғандыр. Һәр нотаһы үҙенсәлекле, нескә сың булып күңелдәргә барып еткәндер. Сөнки яҙмышына төшкән киртләс-киртләс юлдар йә абындыра, йә талпындыра, һәм сабырлығын һынай-һынай һағындыра...
Фәйзуллиндар ғаиләһендә алты бала үҫә. Маһруй – кинйәкәүҙәре. Уға иғтибар ҙа, наҙ-ҡурсыу ҙа мул тейә. Бигерәк тә ҡыҙ ағаларының күҙ уңынан төшмәй.
Өлкән ағаһы уйнарға өйрәнеү теләге менән йыш ҡына өйгә йә гармун, йә скрипка, йә мандолина тотоп ҡайтыр була. Бер кем күрмәгәндә Маһруй уларҙы ҡулына ала һалып, төймәләренә баҫып, ҡылдарын тартып ҡарай. Ни ғәжәптән, ҡайһыһына тотонһа ла, көй сыға. Әйтерһең, махсус дәрестәрҙә өйрәнгән! Музыка белеме булмаһа ла, тәбиғәте менән ғәжәйеп һәләтле Маһруй ошо ҡорамалдарҙың барыһында ла матур итеп уйнай. Ләкин киләсәк тормошон ул музыка менән бәйләмәй, фармацевт һөнәрен һайлай. Бер аҙ ғына алға китеп, шуны әйтеү кәрәктер: замандың әллә күпме һынауҙарын йырып сыҡҡан батыр ҡатын янында һәр ваҡыт сихри моңдар иленә алып ҡайтыусы музыка ҡоралдары була. Үҙенең туғыҙынсы тиҫтәһен ваҡлағанда ла, уларҙы алмаш-тилмәш алып, тормошона ҡот, эргә-тирәһендәгеләр күңеленә ял өҫтәп, уйнап ебәргән Маһруй ханым. Шәһит һәм Маһруй Хоҙайбирҙиндарҙың ҡыҙы Тамараның хеҙмәттәше, Фәрдүнә Ҡасимова был турала ошолай итеп хәтирәләргә бирелде:
– Кисен, эштән һуңлап ҡына арып сығабыҙ ҙа Тамара, Суфия (Суфия Ғилман ҡыҙы Күсимова – автор иҫкәрмәһе), мин, йүгерешеп, Хоҙайбирҙиндарға килеп ингән булабыҙ. Унда беҙҙе Маһруй апай көтә. Төрлө бәлеш, тәм-томдарҙан һығылып торған өҫтәл артына ултырып, һаман сөкөр-сөкөр студенттарыбыҙҙы, эшебеҙҙе һөйләйбеҙ. Шунан Маһруй апай, беҙҙең иғтибарҙы ситкә йүнәлтәм тип, мандолинаһын ҡулына ала һәм күңелле көйҙәр уйнап ебәрә ине. Йәшлек тигәнең шул инде: арыуҙар онотола, бейергә төшәбеҙ...
Тыуған ҡалаһы Стәрлетамаҡта мосолман мәҙрәсәһендә (ҡайһы бер сығанаҡтарҙа «лицей» тип бирелә) белем алған ваҡытында Маһруй әхирәттәре менән «Ашҡаҙар» клубына йөрөй, кисәләрҙә лә ҡатнаша.
Артабан ҡыҙҙар ҡыллы оркестр ойоштора һәм «Мираж» кинотеатрында йыш сығыш яһай. Билдәле булыуынса, 1919 йылда тап ошо бина ҡаршыһындағы майҙанда Маһруй менән Шәһиттең тәүге осрашыуы була. Был мәлдә Шәһит – ҡыйыу революционер, халыҡ алдында ялҡынлы телмәр тота. Маһруйҙы күреп, ҡапыл туҡтап ҡала... Көтөлмәгәнлектән сикәләре алланған Маһруйҙы күҙ алдына килтерәм: атылып сығырға йыйынған йөрәге тибешен дә тоймайынса, моғайын, тотанаҡлы, әммә үткер ҡарашын тура Шәһиткә төбәгәндер.
Был осрашыу хаҡында әллә нисәмә ҡат, бихисап авторҙар яҙмаһын уҡығанда ла, тап йөрәк ялҡынының ҡеүәтен һиҙәһең. Ә бит ул ялҡын Маһруйға Шәһитһеҙ йәшәргә етмеш йыл буйы көс бирә. Ауыр саҡтарҙа баҙап ҡалмайынса, ҡайғыларҙан бөгөлмәйенсә, дөрләп ғүмер итергә дәртләндерә.
– Беҙҙе Ғүмәр Ҡыуатовтарҙа, туйҙа яҡындан таныштырҙылар, – тип яҙа Маһруй апай ул осрашыу хаҡында, йәшлегенә кире ҡайтҡандай булып.
Маһруй менән Шәһит, ныҡлап танышҡандан һуң, бер-береһенең ғүмерлек йәрҙәре икәнлеген төшөнә.
Ике йыл ярым ғына бергә йәшәп өлгөрә Шәһит менән Маһруй Хоҙайбирҙиндар. Ҡатмарлы замандың бөтә хәүеф-хәтәрен дә бергә кисерәләр. Маһруй Шәрип ҡыҙының һөйөүе, тоғролоғо беҙҙең көндәргәсә Шәһит исемен ҡәҙерләп алып килеп еткерә алды, тиһәк тә дөрөҫ булыр. Улай ғына түгел, ул ҡыҙын, Тамараһын да, атаһының исеменә тап төшөрмәҫлек итеп тәрбиәләүгә өлгәшә. Үрҙә әйтелгән Маһруй моңон халыҡҡа еткереүсе, әсәһенең сәнғәткә һөйөүен сәхнәлә балҡытыусы була Тамара.
...Шәһит Әхмәт улы Мәскәүгә һуңғы тапҡыр юлланыр алдынан тыуған ауылына ҡайтып, туғандары менән күрешеп китә. Иң кесе һеңлеһе Ғәлимәгә был ваҡытта 8 генә йәш була. Уның хәтерләүҙәре буйынса, Шәһит был көндә улар алдында оҙон халыҡ йырын йырлай, һәр береһе менән һөйләшеп ултыра. Ә Өфөгә ҡайтҡас, ҡатынына: «Ғәлимә бик теремек ҡыҙыҡай. Уның мәктәпкә йөрөмәүенә борсолам», – ти. Шәһит вафат булғас, Маһруй Бесәнсе ауылына (Күгәрсен районы, Шәһит Хоҙайбирҙиндың тыуған ауылы) йыш бара. Иренең Ғәлимә хаҡындағы борсолоуҙарын васыят итеп ҡабул итә, һәм бер барғанында ҡыҙыҡайҙы үҙе менән Өфөгә алып ҡайтып, мәктәпкә урынлаштыра. Шәһиттең Ғибаҙулла ҡустыһы ла Маһруй тәрбиәһен күрә. Яҙмыш елдәре Ғәлимәне Ҡырғыҙстан яҡтарына ташлай. Бары утыҙ өс йылдан ғына ул Башҡортостанға әйләнеп ҡайта. «Маһруй инәй менән әсәйемдең оҙаҡ йылдан һуң осрашыуына мин шаһит булдым, – тип һөйләй Ғәлимә ханымдың ҡыҙы Наилә апай. – Был осрашыу бер-береһенә ныҡ яҡын кешеләр осрашыуы ине...»
Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союздары ағзаһы.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 3-сө (2019) һанында уҡығыҙ.