Башҡорт биҙәүестәренә оҡшағандарын тағыу күптәнге хыялым ине, тик ҡыҙымдың мауығыуына тиклем уларҙы үҙең әҙерләргә мөмкин икәне башҡа килмәгән. Шулай итеп, үҙемә тип кенә эшләгән әйберҙәремде таныштар, тағы яһарһың әле, тип һалдырып ала башлағас, был тәңгәлдә ихтыяждың ҙур булғанын аңланым да дәртләнеп киттем. Төрлө буй-һынға, йөҙ төҙөлөшөнә килешерлек итеп уйлап сығарырға тура килә биҙәүестәрҙе. Күргәҙмәләрҙә ҡатнашыу, оҫталар менән танышыу иһә – үҙе бер мәктәп. Ижад емештәрем район, республикала ғына түгел, Ҡаҙағстан, Төркиә, Финляндия кеүек сит илдәргә лә китте. Әйберҙәремде йорт хужабикәләре лә, билдәле фән һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре лә тағып йөрөй. Биҙәүестәрҙе ҡабатларға яратмайым, һәр береһен үҙенсәлекле итергә тырышам. «Бетеү», «ҡусҡар», «бура», «уҡ башағы» кеүек биҙәктәрҙе, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары яратҡан аҡыҡ, фирүзә ҡаштарҙы ҡулланырға яратам. Биҙәүестәр көндәлек кейем менән дә тап килергә, эштә, тантаналарҙа ла кейерлек булырға, ҡатын-ҡыҙҙың матурлығын арттырырға тейеш, тип һанайым. Эшләп бер һөйөнһәм, килешкән кешеһенә осрауына тағы ҡыуанам. Минең өсөн был шөғөл — ижад, уға бар илһамымды һалам. Шуғамы икән, биҙәүестәремде тағып бәйгеләрҙә ҡатнашыусылар тәүге урындарға лайыҡ булыусан».