– «Ҡатын-ҡыҙҙың боронғо баш кейеме таҡыя» – Гөлназ Ҡорамшина (Өфө ҡалаһы);
– «Ир-аттың боронғо баш кейеме таҡыя (түбәтәй)» – Люциә Йәнтүрина (Салауат районы);
– «Ҡатын-ҡыҙҙың заманса баш кейеме таҡыя» – Әлфиә Арыҫланова (Сибай ҡалаһы);
– «Ир-аттың заманса баш кейеме таҡыя (түбәтәй)» – Зәйтүнә Биктимерова (Сибай ҡалаһы).
Бынан тыш, Фәнүзә Аллағолова (Өфө ҡалаһы) «Башҡорт ҡатын-ҡыҙы» төркөмө етәксеһе, шағирә Гүзәл Ситдиҡованың, Гөлсирә Салауатова (Белорет районы) башҡорт кейемен тергеҙеүсе Илдар Ғатауллиндың махсус бүләгенә лайыҡ булды.
Йәнә лә Фатима Хәйретдинова (Өфө районы), Зәлиә Ишморатова (Сибай ҡалаһы) махсус бүләктәр аласаҡ.