-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең бәйгеләр
24 Ғинуар 2019, 13:20

«Беләҙегем-йөҙөгөм» бәйгеһенең шарттары

Иғтибар! Яңы бәйге! Башҡорт ҡатын-ҡыҙы килгәнен тәүҙә ишеткәндәр, шунан ғына күргәндәр... Сулпы-сәсмәүерҙәрҙең, һаҡал, яға, селтәрҙәге тәңкәләрҙең сыңы... Беләҙеге, балдаҡ-йөҙөгө, һырға-алҡаһы... Ҡатын-ҡыҙға матурлыҡ өсөн генә хеҙмәт итмәгән улар, тәү сиратта яман көстән, күҙ тейеүҙән һаҡлаған. Бөгөн дә биҙәүестәребеҙҙең ниндәйе генә юҡ! Гүзәл заттарыбыҙ әҙерҙе генә алып ҡыуаныуҙан тыш, уларҙы үҙе лә эшләй. Бының өсөн төрлө әйберҙәр ҡулланып, ижади хыялын тормошҡа ашыра. Быйыл журналыбыҙ «Бәйләнештә» сайтындағы «Башҡорт ҡатын-ҡыҙы» төркөмө менән берлектә биҙәүестәр бәйгеһе иғлан итергә булды.

Бәйгене ойоштороусылар:
- «Башҡортостан ҡыҙы» журналы редакцияһы,
- «Бәйләнештә» сайтындағы «Башҡорт ҡатын-ҡыҙы» төркөмө.
Бәйгенең маҡсаттары һәм бурыстары: башҡорт халыҡ биҙәүестәре менән таныштырыу, уларҙы өйрәнеү, тергеҙеү, һаҡлау, үҫтереү һәм пропагандалау; ҡатнашыусыларҙың һөнәри оҫталығын арттырыу һәм яңы ижади эштәргә дәртләндереү; яңы идеялар биреү, ижад ҡомарын үҫтереү.
Талаптар һәм бәйгене үткәреү тәртибе:
Бәйгегә ҡулдан эшләнгән һәм зәргәр (ювелир) биҙәүестәр: алҡа (һырға), муйынсаҡ (мунсаҡ, мәрйен), беләҙек, йөҙөк (балдаҡ) кеүек эштәрҙең фотолары ҡабул ителә. Биҙәүестәрҙә башҡорт халҡына хас биҙәктәр, орнаменттар ҡулланыу хуплана.
Бәйгелә Башҡортостанда һәм республиканан ситтә йәшәүселәр ҡатнаша ала. Йәш, һөнәр, вазифа буйынса сикләүҙәр юҡ. Уҡыу йорттары, ижади коллективтар, клубтар, йәмәғәт ойошмалары эштәре лә ҡабул ителә. Бер ҡатнашыусы биш төрлө әйбер ебәрә ала.
Ҡатнашыусылар ике төркөмдә һынау тотасаҡ:
- зәргәр (ювелир) биҙәүестәр;
- төрлө материал ҡулланып эшләнгән биҙәүестәр.
Ҡул эштәренең фотоларын һәм үҙегеҙ тураһындағы мәғлүмәтте яҙып, түбәндәге адрестарға һалырға мөмкин:
- «Башҡортостан ҡыҙы» журналы редакцияһының электрон адресына ([email protected]);
- «Башҡортостан ҡыҙы» журналының «Бәйләнештә» сайтындағы төркөмөндәге махсус темаға (https://vk.com/topic-37933420_39937539);
- «Бәйләнештә» сайтындағы «Башҡорт ҡатын-ҡыҙы» төркөмөндәге махсус темаға.
Фоторәсемдәр яҡшы сифатлы (dpi 300), төрлө ракурстан төшөрөлөргә тейеш. Автор биҙәүестәрҙе үҙе йәки башҡа моделгә кейҙереп тә, һалып та төшөрһә, бигерәк яҡшы. Художестволы фотография ла хуплана. Биҙәүестәрҙе редакцияға алып килеп фотоға төшөрөү мөмкинлеге лә бар, бының өсөн 272-18-09 телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә була.
Ҡатнашыусының тулы исемен, йәшен, адресын, бәйләнеш өсөн телефонын күрһәтеү, биҙәүестәрҙе эшләгәндә ҡулланған материалдар тураһында мәғлүмәтте яҙыу мотлаҡ. Шулай уҡ ирекле формала үҙе, шөғөлдәре тураһында хат та бик урынлы булыр. Шәхси мәғлүмәттәрҙе асыҡ төркөмдәргә һалыу кәрәкмәй, уларҙы редакцияның электрон адресына ебәрегеҙ.
Бәйге 2019 йылдың 1 февраленән башлана. Бәйгегә йомғаҡ 2019 йылдың декабрь айында яһала.
Иң үҙенсәлекле эштәр йыл дауамында «Башҡортостан ҡыҙы» журналы биттәрендә донъя күреп барасаҡ.
Бәйгелә ҡатнашыусы эштәрҙе мәҙәниәт һәм сәнғәт белгестәренән торған жюри баһалай. Еңеүселәр иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләнә. Бынан тыш, теләк белдергән бағыусыларҙың махсус бүләктәре лә булыуы бар.
Ойоштороусылар йыл дауамында бәйге шарттарына үҙгәреш индерергә хоҡуҡлы.
Читайте нас: