Был таҡыяны бәләкәстән бейеүгә ғашиҡ Фатима апай «Байыҡ» телевизион бәйгеһендә сығыш яһау өсөн әҙерләгән – 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы Йәнтүрәнең ҡатыны Аҫылбикә образын тыуҙырған, тиҙҙән уны гала-концертта ла күрербеҙ. Алһыу төҫтәге таҡыя-ҡолаҡсын иһә бәз туҡыманан тегелгән, ул эҫе көндә ҡыҙыу ҡояш нурҙарынан һаҡлай, һалҡынса һауала ла өшөтмәй.