Ҡорама ҡорай, милли кейемдәр тегә, республика күләмендәге саралар сигендә ойошторолған күргәҙмәләрҙә лә йыш ҡатнаша. Таҡыяларҙы ул бәйге өсөн махсус әҙерләгән. Ҡайһыларын С.Н. Шитованың «Башҡорт халыҡ кейеме» китабында күрһәтелгәнсә теккән, икенселәренең һыҙмаһын үҙе уйлап тапҡан. Күҙ яуын алып торған баш кейемдәрен яҡындарына ла тегеп кейҙергән ул.