Ошо өлкәләге бәйгеләрҙә ҡатнашып, халыҡ һөнәрен һаҡлауға тос өлөш индереүе дипломдар менән билдәләнгән, йыш ҡына ул тәүге урындарҙы яулай. Малаяҙ башҡорт гимназияһында «Аҡ кейеҙ», «Шәүлә театры» ойошторған. «Маҡсатым – балаларҙа халҡыбыҙҙың боронғо шөғөлдәренә, кәсептәренә, тарихына ҡыҙыҡһыныу уятыу, һөйөү, ихтирам тәрбиәләү», – ти ул. Зөләйха, Гөлбикә, Айбикә ҡурсаҡтары ла, «Салауат батыр һәм Әминә. Аҡбуҙат», «Әбей менән бабай. Сәй эсеү» композициялары ла һарыҡ йөнөнән баҫылған, мәрйендәр, төҫлө еп менән биҙәлгән.