«Балалар өсөн зиһенде үҫтергән, хис-тойғоно байытҡан ҡурсаҡ эшләгем килде», – ти Ғафури районы Красноусол ауылында йәшәүсе Гөлнара Шахматова. Бәйгесебеҙ уйынсыҡтар өсөн капрон, синтепон, яһалма сәс, тимер сым, туҡыма ҡулланған. Сөкөрләшеп ултырған әбей менән бабай ҙа, ҡурайсы ла, бейеүсе ҡыҙ Айһылыу ҙа, ҡымыҙ бешеүсе Асия ла бер үк техникала башҡарылған.