-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Нәғимә вариҫтары

“Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты тарафынан йыл да үткәрелә торған тел экспедицияһы 1971 йылда Башҡортостандың Көйөргәҙе, Күгәрсен райондарында һәм республикабыҙға сиктәш Төйлөгән, Һарыҡташ, Ҡыуандыҡ райондарында йәшәүсе Ырымбур башҡорттары араһында эшләне”, - тип яҙа “Башҡортостан ҡыҙы” журналының 1973 йылдың август һанында сыҡҡан мәҡәләһендә филология фәндәре кандидаты Сәриә Миржанова.

Нәғимә вариҫтары
Нәғимә вариҫтары

Ул Күгәрсен районы Сәлих ауылына барып төшкәс тә “утыҙҙан ашыу ҡарһүҙ белеүсе инәй ” тип Нәғимә Байғаҙаҡованы бер нисә телгә алыуҙарын әйтә һәм уның менән осрашыуы хаҡында һөйләй. Тел оҫтаһы, өй мәшәҡәттәре күп булыуға ҡарамаҫтан, уның менән ике көн буйына ултыра. 2-3 кенә ҡарһүҙ, йәғни әкиәт, яҙып алырға өлгөрә ғалимә унан. “Нәғимә Байғаҙаҡова 1915 йылда тыуған. Ғаиләлә 21 бала булып, араһынан тик Нәғимә генә тороп китә, ҡалғандары үлеп тора. Ысынлап та, бала берәү булһа ла, берәгәй булып сыға: бик теремек, үткер, зирәк ҡыҙыҡай ата-әсәһенең күҙ терәге, күңел йыуанысы булып үҫә.
Нәғимәнең атаһы оҫта ҡарһүҙсе була. Зиһенле бала атаһы һөйләгән һәр ҡарһүҙҙе һүҙмә-һүҙ отоп алған. Ете йәшендә инде бәләкәй Нәғимә атаһының байтаҡ ҡарһүҙҙәрен ятҡа белгән һәм оҫта итеп һөйләй алған”, - тип таныштара уның менән ғалимә. Нәғимәнең репертуарында “Алпамыша”, “Аҡбуҙат менән Күкбуҙат”, “Балҡан таҙ”, “Заятүләк”, “Куҙкүрпәс менән Баянһылыу”, тағы ла “Алтын ҡуныслы таҙ”, “Күкен”, “Ҡурай бот, сел үңәс, ҡыуыҡ баш”, “Шомбай”, “Йылан”, “Иван Бахимыш”, “Вәсиңке” кеүек ҡарһүҙҙәрҙең булыуын әйтә һәм журналыбыҙ уҡыусыларына “Алпамыша”эпосын тәҡдим итә. Ғалимә билдәләүенсә, әҫәр ҡыпсаҡ телдәре һыҙаттарын нығыраҡ һаҡлаған.
Нәғимә Ғәбделйәлил ҡыҙы Байғаҙаҡова вариҫтары әле һаман Күгәрсен районы Сәлих ауылында көн итә. Улар Байғаҙаҡовтар, Сәлиховтар фамилияһы менән йөрөй. Хәйҙәр Әхмәтйән улы Байғаҙаҡов Ғәбделйәлилдең ейәне. Ул ҡатыны Римма менән ике ул үҫтерә: Артур һәм Марсель. Икеһе лә юрист һөнәрен һайлаған. Нәғимә Байғаҙаҡова хаҡында сыҡҡан материал хаҡында беҙгә уның бүләре Артур әйтте. Һәм ул беҙгә, баҫылғанға кире ҡайтып, гүзәл кешеләребеҙ хаҡында иҫкә алырға мөмкинлек бирҙе.

Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: