Проектыбыҙҙың сираттағы ҡатнашыусыһы - Рәзилә Салауатова.
Ҡайһы бер уңған һылыуҙар журналға төшөр өсөн махсус мейк-ап яһатып, образ әҙерләп, шәхсән фотограф эҙләп ҡаңғырып-йүгереп йөрөп махсус әҙерлек алып бара. Мин үҙем өсөн булһа һәлкәүерәкмен шул. Бәлки, журнал йөҙөн биҙәү мөмкинлеге хаҡына шулай мәж килеп йөрөргә лә кәрәк булғандыр... ,,Башҡортостан ҡыҙы,,ның тышлығында һис уйламаҫтан килеп сыҡтым мин. Шиғырҙарымды журналда баҫтырыр өсөн фото кәрәк тигәс, редакция фотографы менән осрашып, фото төштөм. Ябай һары футболка, сәсте лә үҙем плойка менән борғослап, башыма йәшел күҙлек терәп....Таңсулпан Ильясова-Аҡбашева Артур Василовта (журналдың рәссамы, дизайнеры) был фотоны күреп ҡалған да: ,,Башҡорттарҙы бөтәһе лә ҡараҡай ғына сәсле, ҡуңыр күҙле тип уйлай. Беҙҙең йәшел күҙле, ерән сәслекәйҙәребеҙ ҙә бар икәнен белһендәр, тип, журнал тышына сығарыуға бар көсөн һалды. Шулай итеп, шиғырҙарыма ҡушып баҫтырырға тип төшкән фото тышлыҡта килеп сыҡты. Шуныһы ҡыҙыҡ, шиғырҙарым иһә баҫылмай ятып ҡалды, онотолдо. Мин республиканың төп мәртәбәле журналының тышлығында сығыу бәхетенән онотҡанмындыр инде!))))
...Журнал донъя күргәс булған ҡыҙыҡ хәлдәрҙең бер нисәүһен һөйләп үтәйем. Мин эшләгән "Тамыр" студияһына нефть өлкәһендә эшләүсе бер егет килеп етте. Миңә тәңкләп-тәфсирләп һөйләй башланы: ,,Журналда күреп ғашиҡ булдым да килдем. Фатирым, машинам бар, эш хаҡым һәйбәт,,. Көтөлмәгәнлектән һәм аптырауҙан көлөп ебәрмәйенсә үҙемде саҡ туҡтаттым. Ғаиләм, улым барлығын аңлаттым, үҙебеҙҙең ,,Любизар,, төркөмөнөң йырҙар йыйынтығын бүләк итеп, танауы төшкән егетте оҙаттым. Шул тиклем ҡайғырып китеп барҙы ул. ,,Тамыр,,ҙа матур, аҡыллы ҡыҙҙар күп, әйҙәгеҙ,таныштырам!,, - тиеүемде ишетмәне лә...
Ә! Тағы ла коллегам Ирина Захарова бер осраҡты һөйләгәйне. Уның водитель бабайы минең фотоны машина руленә скотч менән бәйләп тороп йәбештереп ҡуйып йөрөй башлаған... Ә атай-әсәйемә килгәндә, уларға почта килеү менән журналды күргәс, ҡыуанып миңә шылтыратыуҙары иҫтә ҡалған. Журнал 2006 йылда донъя күргәйне. Рәхмәт, ,,Башҡортостан ҡыҙы,,! Беҙ ғаиләбеҙ менән журналдың тоғро яҙылыусылары булдыҡ һәм әлеге мәлдә лә был күркәм йолабыҙ дауам итә. Сөнки "Башҡортостан ҡыҙы" республиканың ҡатын-ҡыҙҙар өсөн берҙән-бер баҫмаһы, хатта уның йөҙө бит ул!
(Икенсе фотоның авторы: Зиннур Боҫҡонов)