Журналыбыҙ тышлығын төрлө йылдарҙа биҙәгән һылыуҙарҙан хаттар килеүен дауам итә. Киләһе ҡунағыбыҙ - сәхнә оҫтаһы Эльмира Юлдашева.
1. “Башҡортостан ҡыҙы” журналының тышына төшөу уйламағанда килеп сыҡты. Дөрөҫөрөге, мин белмәй ҙә ҡалдым. 1993 йылда, Йылайыр районы Һынташ ауылы эргәһендә, шаулап-гөрләп “Йәштәр көндәре” бара. Атайымдың бер туған апаһы Зилә апай мине табып алып, тиҙҙән яланда “Һылыуҡай” бәйгеһе үтәсәген әйтте һәм мине тиҙ генә әҙерләй башланылар. Кемдер алҡаһын, кемдер беләҙеген сисеп бирҙе, күлдәк таптылар. Бәйгелә нисәнсе урынды алғанымды иҫләмәйем дә... Унан һуң бер фотограф ағай мине айырым да, әсәйем менән дә фотоға төшөрҙө (бер аҙ ваҡыт үткәс, почта аша ебәрҙе уларҙы). Бер көндө ҡапҡа төбөнә килһәм, почта бар, яратҡан журналым да!.. Ҡулыма алғас, саҡ йығылып китмәнем, тышлыҡта – минең фото! Тыуған көнөм яҡынлашып килә ине, шәп бүләк булды!!! Шунан һуң миңә хаттар яуа башламаһынмы! Журнал тышында минең ҡайҙан икән яҙылған, бына бит егеттәр яҙа ғына! Хатта бер конвертҡа адресын Йылайыр районына тип кенә яҙғайнылар (журнал тышында Йылайыр районы ҡыҙы тип яҙылғайны...), бер егет танышырға теләп яҙған һәм беренсе хатында ул ауылының бар хәбәрҙәрен, кем кемде оҙатҡан, кем кемде туҡмаған... барыһын да теҙгән... Ҡыҙыҡ ине ундай хаттарҙы уҡыуы.
2. Бөгөнгө көндә мин Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләйем, нәфис һүҙ оҫтаһы булып урынлашыуыма 18 йыл да үтеп киткән. Эшемде ныҡ яратам. Халыҡ мине күберәк Ай ҡыҙы тип белә, тап 18 йыл элек миңә “Ай ҡыҙы” тигән беренсе башҡорт сериалында төп ролде башҡарыу бәхете тейгәйне. Мин 3 бала әсәһе! Игеҙәктәр Нуриҙә менән Нурисламға 15 йәш, бәләксебеҙ Динисламға 9 йәш. Аллаға шөкөр, өй төҙөйбөҙ, баҡса үҫтерәбеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы мине ҡайғылар ҙа урап үтмәне...
9 йыл элек ҡәҙерле атайым, уның артынан һөйөклө әсәйем был яҡты донъянан китеп барҙылар... Ике бер туған ҡустыларым да гүр эйәләре... Миңә ныҡ булырға, һынмаҫҡа ғаиләм ярҙам итә – тормош иптәшем, балаларым. Ғаиләм тип йәшәйем, янам, эшләйем! Әсәйемде, балаларға икенсе өләсәйҙе алмаштырырҙай кешем бар минең! Ул минең сәхнә теленән уҡытҡан, миңә дөрөҫ юл күрһәткән, бар серҙәремде белгән кеше – Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Әнисә Алтынтимер ҡыҙы Яхина! Форсаттан файҙалынып уға оло рәхмәтемде еткерәм, баш эйәм!
3. Тышлыҡта баҫылғанда һуң күп ҡыҙҙар минең менән дуҫлыҡтарын өҙҙө... Күҙҙәре ҡыҙғандыр инде. Хаттар бер ярты йылдан туҡталды... Мин ауыл мәҙәниәтендә ҡайнаным, бейенем дә, ауыл халыҡ театрында ла уңыштарым булды. Ә инде “Һылыуҡай” бәйгеһенә килгәндә, 1997 йылда Гран-прины мин алдым. Театр факультетында уҡығандан һуң, филармонияға эшкә килдем.
4. Журналды алдырмаһам да, ҡәйнәмдәргә ҡайтһаҡ, йотлоғоп уҡыйым, сайтта ла ҡарап барам. Ғәиләбеҙ менән былтыр журнал эсендәге төҫлө календарға ла төшөү бәхете тейҙе беҙгә. Яңы йылда бар туғандарыбыҙға шәп бүләк булды! Үҙем ашарға бешерергә яратам, шуға күрә журналдағы рецепттарҙы ҡулланам. Бәйләргә яратам, тегеү серҙәренә өйрәнеүҙе маҡсат итеп ҡуйҙым һәм ошо арала был хыялым да тормошҡа ашыр тип ышанам. Ғөмүмән, ҡатын-ҡыҙ булараҡ мин бәхетле был тормошта. Сабыр булыу – бар бәхеттең сере, тип әйтер инем. Сәхнәнән яңғыратҡан шиғырҙарым да күберәк әсәйҙәр, ҡатын- ҡыҙҙар тураһында.