-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Тәьҫораттар… Хәтирәләр…

Проектыбыҙҙың тәүге ҡатнашыусыһы - «Ашҡаҙар» радиоһы журналисы Фәнүзә Баһауетдинова үҙенең хәтирәләре һәм фекерҙәре менән уртаҡлаша.

Проектыбыҙҙың тәүге ҡатнашыусыһы - «Ашҡаҙар» радиоһы журналисы Фәнүзә Баһауетдинова үҙенең хәтирәләре һәм фекерҙәре менән уртаҡлаша.


Тәьҫораттар… Хәтирәләр…


1987 йылда БДУ-ны тамамлап, Өфө ҡала 20-се башҡорт мәктәбендә дәртләнеп эшләй башлаған мәл. Партияға инеп өлгөргәйнем. Шуға мәктәптең партия ойошмаһы рәйесе – уҡытыусы Луиза Әҙеһәм ҡыҙы Ғибәҙәтова миңә октябряттар, пионерҙар һәм комсомол эшенә яуаплы ағза булаһың тине. Етмәһә, өлкән пионервожатый ставкаһын бирҙеләр. Шул тиклем балаларҙы, эшемде яратып, кинәнеп эшләнем. Көн һайын төрлө саралар ойоштора башланыҡ. 1989 йылда Нефтселәр мәҙәниәт һарайының бәләкәй залында «Пионер» журналының 60 йыллығы үтте. Шунда мин пионерҙарым менән сығыш яһағанда башҡорт кейемендә лирик бейеү башҡарҙым. Унда Һәр ваҡыттағыса үҙ эшенең оҫтаһы Игорь Киняпин фотоға төшөрөп йөрөнө. Элек бит фотолар ҡараңғы бүлмәлә махсус шыйыҡсаларға һалып, эшләнә ине. Матбуғат йортоноң фотолабораторияһында Игорь Киняпин менән бергә эшләгән «Башҡортостан ҡыҙы» журналының фотографы Николай Юрасов, минең фотоны күреп ҡалып, ҡыҙыҡһынған… Кем ул, ҡайҙан ул, тип. Һәм, шул йылдарҙағы мәктәп директоры Зәбихулла Теүәлев мине саҡырып алып ҡулыма яҙыу тотторҙо. Русса яҙылғайны: «Подойдите в редакцию журнала «Башҡортостан ҡыҙы», 10 кабинет для подготовки материала и оформления обложки журнала», тип. (Ул записка әле лә ҡайҙалыр һаҡлана...) Йүгереп барманым, ҡаушап, ҡурҡып ҡалдым. Матбуғат йортонда бер тапҡыр ҙа булғаным юҡ ине, бер кемде лә белмәйем. Ә унда эшләгән журналистар, фотографтар буй етмәҫлек кешеләр кеүек тойола. Мәктәп директоры тағы ла саҡыртып алды, нишләп Матбуғат йортона бармайһың, ти. Барғың килмәһә лә, барып әйтеп ҡайт, башҡаса шылтыратмаһындар, ти. Шулай Матбуғат йортона барып, 10-сы бүлмәне таптым, унда журналдың баш мөхәррире тип яҙылған. Ишек туҡылдатып инһәм, Гөлфиә апай Юнысова ултыра. Ул миңә китаптар, йырҙар аша, мөхәббәт шиғырҙары яҙыусы шағирә булараҡ таныш ине. Записканы күрһәттем… Эше күп, үҙе ҡайҙалыр ҡабалана, шул арала миңә 10-сы ҡатҡа фотолабораторияға күтәрелеп, Николай Юрасовты табырға ҡушты. Николай Юрасовты ла тәү күреүем ине.


Ул миңә: «Принеси башкирский костюм, будем фотографироваться для обложки журнала», – ти. «Юҡ, мин улай фотоға төшөргә килмәнем», - тим. Ул йылдарҙа тик билдәле шәхестәр, лайыҡлы ҙур артистар ғына журнал тышлығында сыға ине. Шуға мин ризалашманым. Николай ағай әйтә: «В моей практике первый человек отказывается от моей работы, от фотографирования. За мной по пятам ходят, чтоб именно я сфоткал. Доченька моя, пусть будет по твоему. Не для обложки, но мне хочется сделать для тебя просто подарок. Молодость она быстро проходит… Выйдешь на пенсию мне спасибо скажешь за фото», - тине. Пенсия һүҙен ишеткәс, мин көлдөм. Ул ваҡытта пенсия миңә лә етер, тигән уй башҡа ла инеп сыҡмай ине. Шулай Николай ағай мине күндерҙе. Ябай ғына милли костюмды саҡ табып, фото төшөргә барҙым бер көндө. Үҙем бик оялам. Шуны һиҙеп ҡалған Николай Юрасов миңә, әйҙә бейеүеңде башҡар, шул арала мин фотоға төшөрәм, ти. Мин үҙем көйләп бейенем дә бейенем. Ул ялт-йолт итеп, фотоға төшөрҙө лә төшөрҙө. Бер аҙнанан фототаҫма бирҙе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул фотоларҙы баҫтырып сығарырға ваҡыт таба алманым. Юғалттым. Ләкин, 1989 йылда башланған был тарихтың дауамы булып, ике йылдан һуң «Башҡортостан ҡыҙы» журналында минең фотоһүрәтем донъя күрҙе. 1991 йылдың май айы ине. Мин Өфөлә шул уҡ 20-се мәктәптә эшләп йөрөйөм. Был юлы фотограф Нәсих ағай Хәлисов мәктәпкә килгәйне, мине күрҙе лә: «Һинең фотоң сыҡты «Башҡортостан ҡыҙы» журналында», - тип һөйөнсөләп, шаҡ ҡатырҙы. Бөгөн, әлбиттә, хөрмәтле Николай Юрасовҡа рәхмәтемдең сиге юҡ… Үҙе иҫән саҡта рәхмәтемде еткерә алмауым үкенесле. Ул йылдарҙа мин йәшлегем менән аңлап та, баһалап та бөтмәгәнмен. Бөгөн был фотоһүрәтем минең өсөн иң ҡәҙерлеһе… Шул йылдарҙа «Башҡортостан ҡыҙы» журналында эшләгән коллективҡа, һәр ваҡыт эшлекле, тынғыһыҙ баш мөхәррир Гөлфиә апай Юнысоваға шулай уҡ оло рәхмәтемде юллайым. Бөгөнгө ижади коллективҡа тағы ла уңыштар теләйем.


Бөгөнгә өлгәшкән уңыштар…


– 1991 йылдан алып 27 йыл ғүмер уҙған… Мин әле лә бейергә лә, йырларға ла яратам. Яҙмыш мине матбуғат өлкәһенә алып килде. Башҡорт дәүләт университетында юғары белем алһам да, «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһына эшкә килгәс, күптәнге хыялымды тормошҡа ашырып, Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамланым. Башҡортостан радиоһында, «Радио–2» каналында тәжрибә туплап, Башҡортостан телевидениеһы «Сәләм» иртәнге программаһында тәүгеләрҙән булып тура эфирҙа эшләнем. Артабан «Юлдаш», бөгөн «Ашҡаҙар» радиоһында хеҙмәт юлымды дауам итәм. 2015 йылда Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булдым. Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы.


Тормоштағы үҙгәрештәр…


– Ул йылдарҙан алып, шөкөр, яратҡан ижади ғаиләм бар. Ике ҡыҙым үҫә.


«Башҡортостан ҡыҙы» журналы редакцияһынан эш урынына килеп яҙҙырыусылар булғанда, һәр ваҡыт риза булып яҙыла киләм). Почта аша ла алдырып ҡараным, ләкин журнал килеп етмәй юғала. Айырыуса, «Беҙгә килгән хаттарҙан», «Әҙәби балҡыш», «Милли биҙәк», «Юлдар саҡыра», «Яҙмыш төйөндәре» кеүек рубрикалар иғтибарымды йәлеп итә.


«Башҡортостан ҡыҙы» журналының ғүмере оҙон булһын. Уның тышлығындағы фотоһүрәттәр күпме ҡатын-ҡыҙҙы данлай, йәшлек матурлығын һаҡлай, дәрт бирә, артабан да уңыштарға этәргес көс, бурыстар өҫтәй. Коллективҡа тик ижади бейеклектәр теләйем!


Фотола: «Ашҡаҙар» радиоһы журналисы Фәнүзә Баһауетдинова.
Читайте нас: