-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ҡаттын-ҡыҙҙың ғүмерендә иң сағыу ваҡиға

Проектыбыҙҙың сираттағы ҡатнашыусыһы - Башҡортостан Республикаһы Иҡдисади үҫеш министрлығында кадрҙар бүлегенең алдынғы консультанты Гөлназ Рәмил ҡыҙы Сәйетгәрәева (Йәнбәкова).

Проектыбыҙҙың сираттағы ҡатнашыусыһы - Башҡортостан Республикаһы Иҡдисади үҫеш министрлығында кадрҙар бүлегенең алдынғы консультанты Гөлназ Рәмил ҡыҙы Сәйетгәрәева (Йәнбәкова).


1. “Башҡортоста ҡыҙы” журналы тышлығында сығырға тәҡдим алғанда миңә 21 йәш, БДУ-ның иҡдисад факультетын тамамлаған ваҡыт ине. Был минең беренсе профессиональ фотосъемкам булды. Уға бик ентекле әҙерләндем: алдан үҙемдең образымды күҙалланым, прическа, макияж эшләттем. Съемка процесы бик тулҡынландырғыс үтте, камера алдында үҙемде иркен тота алманым, үҙемә ышанып етмәй инем. Әммә фотограф кәрәкле һүҙҙәр табып, мине дәртләндереп, бихисап сифатлы фотолар төшөрҙөк.


2. Бөгөнгө көндә үҙемде үҙ урынын тапҡан кеше тип иҫәпләйем – Башҡортостан Республикаһы Иҡдисади үҫеш министрлығында кадрҙар бүлегенең алдынғы консультанты булып эшләйем, юрист һөнәре буйынса икенсе юғары белем алдым, яратҡан ҡатын һәм ике ул әсәһе. Ижади яҡтан да үҫешәм: интерьер дизайны менән шөғөлләнәм, яңыраҡ визажистҡа уҡыным, бисерҙан ғәҙәти булмаған брошкалар сигәм, бешеренергә, сит илдәргә сәйәхәт итергә яратам, төрлө фотосессияларҙа модель булараҡ сығыш яһайым, кәүҙәмдең һомғол булыуын хәстәрләп, аҙнаһына биш тапҡыр тренажер залына йөрөү минең ғәҙәткә ингән.


3. Журнал баҫылып сыҡҡандан һуң минең тормошом тик яҡшы яҡҡа ғына үҙгәрҙе: мине урамда таный, икенсе журналдар фотоға саҡыра башланы, ата-әсәйем, туғандарым, минең менән ғорурланып, журналдарҙы күрше-тирәләренә, таныштарына күрһәтә ине. Әммә мин дәүләт хеҙмәтен һайланым һәм 10 йылдан артыҡ ошо өлкәлә эшләйем. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был йылдар юғалтыуҙарһыҙ ҙа үтмәне – 3 йыл элек, ҡаты ауырыуҙан һуң һөйөклө әсәйебеҙ, Зилә Рәхим ҡыҙы Йәнбәкова, яҡты донъя менән хушлашты, ә 1,5 элек, уның артынан ҡапыл ғына яратҡан атайыбыҙ, билдәле шағир, күп кенә популяр йырҙарҙың авторы, бөтә ғүмерен башҡорт журналистикаһына һәм әҙәбитенә бағышлаған Рәмил Әхмәт улы Йәнбәков, баҡыйлыҡҡа күсте. Әммә мин бирешмәнем, сөнки тормош алға бара.


4. Бөгөнгө көндә, электрон технологиялар, төрлө гаджеттар заманында, кешеләр ҡағыҙ баҫмаларҙы һирәк уҡый, шул иҫәптә мин дә бар. “Башҡортостан ҡыҙы” журналын официаль сайтында һәм “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмдә күҙәтеп барам. “Тәмлекәс’’, “Беҙгә килгән хаттарҙан”, “Һөнәренең оҫтаһы” рубрикаларын яратып уҡыйым. Мөмкинлек булһа, яратҡан журналымдың тышлығына тағы фотоға төшөр инем! Сөнки был ҡаттын-ҡыҙҙың ғүмерендә була торған иң сағыу һәм тулҡынландырғыс ваҡиға. Тышҡы матурлыҡтың ғына түгел, күңел бөтөнлөгөн, рухи көстө, үҙ-үҙеңә ышанысты ла сағылдыра ул бөтә республикаға һәм унан ситтә лә таралған баҫманың йөҙө булыу.
Читайте нас: