Фекерһеҙҙәрҙә, йәки башҡаларға эйәреп китә торғандарҙа, ғәҙәттә, шәхси үҫеш булмай. Тимәк, улар идея тыуҙыра һәм уларҙы тормошҡа ашыра алмай. Бик теләгән, ныҡ ынтылған хәлдә лә. Сөнки тауышһыҙ кешене ҡулланалар, әммә уға перспектива бирмәйҙәр. Баҙнатһыҙлыҡ тап шундайҙарға һунар итеүселәргә сигнал ғына була һәм улар «эшкәртеүгә», массаға индереп ултыртыуға һәм шул фекерһеҙҙәрҙән көс яһауға тотона ла.
Фекерләү ҡеүәһен бала саҡтан тәрбиәләү зарур. Һабаҡтың иң беренсе баҫҡысы – баланы баҫмау, ҡурҡытмау, кәмһетмәү. Унан – уҡыу, белем эстәү. Бының менән ғүмер буйы ла шөғөлләнергә була. Белемле кешенең факттарға, статистик мәғлүмәттәргә, шәхси тәжрибәгә таянған фекере, кемдәрҙәндер ишеткән һәм өнһөҙ ҡабул ителгәнгә ҡарағанда, күпкә эффектлы һәм уның менән бәхәс ҡороуы ауыр.
«Мин әйтер инем...», «Шулай тип әйтергә теләр инем», «Их, әйткәндә инде!» – тип уйлай күптәр, әммә әйтә алмай. Мейелә бик күңелһеҙ картина ярала, теләктәр ҡан тамырҙарында тығыла, һүҙ – тамаҡ төбөндә. Һәм ошо хәл сәләмәтлеккә, үҙбаһаға насар йоғонто яһай ҙа инде. Үкенеү, әсенеү, ҡәнәғәтһеҙлек, толҡа тапмау, файҙаһыҙ, ярҙамһыҙ булыу тойғолары ашай эстән. Ә инде был негатив хистәрҙән ҡотолоуҙың иң еңел юлы – массаға ҡушылыу. Төркөм эсендә шаулап, ҡысҡырышып, бер-береңде ишетмәҫтән кемдәрҙелер, нимәләрҙелер тәнҡитләргә, әрләргә, үсәргә мөмкин. Сөнки төркөм яңғыҙ кешенән уҫалыраҡ, көслөрәк. Өйөр тиҙ ярһый, хәлде һалҡын аҡыл менән самаламай. Күмәк кеше һорауҙар биреп, уйлап тормай. Шулай уҡ индивидуаллеккә, шәхси фекергә, айырым ҡарашҡа урын ҡалдырмай. Әммә «өйөр инстинктының» ыңғай яҡтары ла бар. Мәҫәлән, йәмғиәттәге күпселек булған адекват кешеләр ниндәйҙер насар юлдан ситләшә икән, уларға был фекерҙе уртаҡлашмағандар ҙа эйәреп китә ала.
Миләүшә Ҡаһарманова.