«Әгәр яҡтылыҡҡа мөрәжәғәт итергә онотмағанда, бәхетте иң ауыр һәм ҡараңғы мәлдәрҙә лә табырға була», – тигәйне профессор Дамблдор. Бер ваҡытта ла «Гарри Поттер»ҙың цитаталарын ҡулланырмын тип уйламағайным. Әммә һуңғы йылдарҙа беҙ бығаса күҙ алдына ла килтерә алмаған хәл-ваҡиғаларҙың шаһитыбыҙ. Минең ҡарамаҡҡа, яҡтылыҡ ул ышаныстан, инаныуҙан килә, шуларҙан ҡабына. Һәм һүҙ бында «яҡты киләсәк» хаҡында ғына түгел. Ышаныс – ул һеҙгә бирелгән һәләтте үлтермәү, башҡарған эшегеҙҙең файҙа килтереүен аңлау, ҡаршылыҡтарҙы еңеү өсөн көс табыу, кешеләргә мәрхәмәтле булыу, һинең өсөн ҡорбан булғандарҙың рухына тоғро ҡалыу. Ышаныс – ул донъяны ҡабул итеү.
Әгәр беҙ балаларыбыҙға ышанабыҙ икән, уларға күкрәк тултырып һулыш алырға ирек бирәбеҙ. Үҙебеҙгә ышанабыҙ икән, сәйәхәт итәбеҙ, яҙмыш китаптарында яңы бүлектәр асабыҙ, яратабыҙ, йәшәүгә йәбешеп ятабыҙ. Ышаныс көсө менән илгә, халыҡҡа, асылыбыҙға хеҙмәт итәбеҙ. Ышаныс ҡөҙрәтендә матурлыҡтар, батырлыҡтар ҡылабыҙ. Һәр кешенең шул ышанысҡа хоҡуғы бар.
Республика ҡатын-ҡыҙҙарының төп баҫмаһы булған журналды төҙөү – ҡыҙыҡлы ла, яуаплы ла ижад. Беҙ журналға ингән һәр текстың, һәр мәҡәләнең һәм әҫәрҙең тапалмағанын, ҡабатланмағанын һайларға тырыштыҡ, уларҙың һеҙҙең күңелдәрҙә сағыу хис-тойғолар уятыуын теләнек. Баҫма биттәрендә авторҙар өсөн һүҙ тотор майҙан, ә уҡыусыға рәхәтләнеп уҡыр комфорт зонаһы яһарға һәм үҙебеҙ шунан ләззәт алырға йөрьәт иттек.
Артабан иһә, йылдар ағымында килгәнсә, журналдың яҡын дуҫтары булырға, уның төрлө рубрикаларында үҙ яҙмаларығыҙҙы ла күрергә, уҡырға, яҙҙырырға һәм пропагандаларға ынтылһағыҙ ине. Журнал һеҙҙең мөхәббәткә мохтаж, ҡәҙерле уҡыусыларыбыҙ. Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ.
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА.