-6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Баш мөхәррир һүҙе
29 Декабрь 2024, 12:00

Иң матур сәскә

Бер ваҡыт батша ярандарына үҙ баҡсаһынан иң матур сәскәне табып килтерергә ҡуша. Шуны ла киҫәтеп ҡуя: уға ҡағылыу ҡурҡыныс, гөлгә тейгән кеше көслө ауыртыныуға дусар булыуы ихтимал!

Иң матур сәскә
Иң матур сәскә

Иң тәүҙә был һорау буйынса батшаға аҡса менән идара итеүсе килә. Ул баҡсала ундай сәскәнең үҫмәүен белдерә. Ә һаҡсылар идарасыһы үҙенең һәр ҡурҡыныс янаған  сәскәнән һөйөклө батшаһын һаҡларға, уның менән көрәшергә һәм уны еңеп сығырға әҙерлеген әйтә. Әммә батша көлөмһөрәп кенә ҡуя һәм, уны бүлдереп, йәнә лә иң матур сәскәне өҙөп алып килеүҙәрен талап итә. Шул ваҡыт һарайҙағы гүзәллек өсөн яуаплы идарасы матур сәскәнең ҡайҙа үҫкәнлеген белеүе хаҡында хәбәр итә. Батша уға ҡағылыу хәүефле булыуын иҫкәртә. Бахыр идарасы ҡалайтһын, батшаның талабы буйынса, теге сәскәгә яҡын килеп, төбәлеп ҡарап тора һәм, күп тә үтмәй, һуштан яҙып ҡолай. Батша уның хәле менән ҡыҙыҡһына:

– Ниңә ҡоланың? Нимә булды?

Гүзәллек буйынса идарасы үҙенең ҡурҡыныс сәскәгә һонолорға теләүе, әммә уның яҡын ебәрмәүе хаҡында әйтә. Шул ваҡыт батша уға был сәскәнең түгел, ә үҙ ҡурҡыуы уны аяҡтан йығыуы тураһында аңлата. Ҡурҡҡанға ҡуш күренә, тигәндәр бит. Тәүәккәлдәр таш яра, тиҙәр. Ҡурҡыу беҙҙең аяҡтарҙы тышай, бахыр яһай, хыялдарҙың ҡанатын киҫә.

Шулай ҙа иң матур сәскә ниндәй булыуы мөмкин? Паркта ултырған бер ҡатынға, малай йүгереп килеп, иң матур сәскә тип, таждары ҡойолған үҫемлекте һона. Ҡатын аптырап ҡала: малай сәскәне генә түгел, уның ҡулдарын да күрмәй, баҡһаң. Һәр кемдең матурлыҡҡа үҙ ҡарашы, үҙ тойомлауы. Һәр сәскәне ҡәҙерләү – тормоштоң ҡәҙерен белеү ҙә ул.

Сәскәләр – донъя йәме. Улар беҙгә бүләк итеүсе кешеһе менән ҡәҙерле. Һәр әсәгә сабыйы өҙгән тәүге сәскә илаһи, ә гүзәл затҡа – һөйгәне бүләк иткән тәүге гөлләмә.

Матурлыҡты тоя белеүҙән дә ҙурыраҡ бәхет бармы икән?!

Автор: Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас