Күңелдә тыуған наҙҙың баһаһы юҡ, ҡайһы ваҡыт уға иғтибар ҙа биреп еткермәйһең. Наҙҙың ҡәҙере ул булмағанда һиҙелә. Уны татымағанда йәки үҙең наҙ сығанағы булмаһаң, ашың – аш, йоҡоң йоҡо түгел. Үҙенән-үҙе килә лә, үҙенән-үҙе юҡҡа сыға наҙ. Уның ваҡыты һәм дәүмәле сикһеҙ түгел, ул бүҫкәрә йә ҡапыл яңынан ҡабына.
Ҡатын-ҡыҙ наҙын барыһына ла тигеҙ өләшмәй. Айырым кешеләргә генә ҡарата наҙ менән яуап бирә ул. Хатта иң яҡын тигәненә лә, бергә түшәк бүлешкән хәлдә лә, наҙ уянмауы мөмкин. Наҙҙы һатып та, тартып та, алдатып та алып булмай. Күкрәгеңде тултырған наҙ ҡайһы ваҡыт һиңә иркен тын алырға ла ирек бирмәй. Наҙ ул – һөйгәнеңдең йөҙөнә, һүрәтенә баҡҡанда бөтә булмышыңды биләгән, һине йылмайырға мәжбүр иткән рәхәтлек. Наҙ – ул бөтә күҙәнәктәрең менән уға һыйынғанда, уның тынын, еҫен тойғанда йәнеңә тулған илерткес ләззәт, ҡосағында иреп юғалыу, ҡулдарынан тотҡанда тәнгә таралған йылылыҡ. Уның хаҡта уйлағанда ошо ҡайнар тулҡындың һине солғап алыуы, меңәр саҡрымдар аша ла уның күңел ауазын ишетеүең, уны тойоуың.
Наҙ – ул һине һөйөү менән, бөтә сабырлыҡты йыйып, өйҙә көтөүҙәрен аңлау. Үҙәктәрҙе өҙҙөрөп һағыныу, өҙөлөп осрашыу мәлен көтөү. Ғәзиз кешең – наҙ сығанағы – эргәңдә булмаһа, һәр ваҡыт яманһыу. Күңел гөлдәре лә шиңеп, илһам шишмәләре лә тынып ҡалғандай. Сабырҙар мораҙына ирешә. Улар бер генә сәғәт йә көн, ай, йыл ғына түгел, ә ғүмер буйына ла көтөргә риза. Тик әйләнеп ҡайтһындар һөйөклөләребеҙ.