Ни өсөн шулай уйлауын аңлатып биреүҙе һорағас, ул: «Ауыр заман көслө кешеләрҙе донъяға килтерә. Көслө кешеләр яҡшы ваҡыттарҙы булдыра. Яҡшы ваҡыттар көсһөҙ кешеләрҙе тыуҙыра», – тип яуаплаған. Бының менән ул киләсәк быуында ата-әсәһенең елкәһен кимереүсене түгел, ә яугир рухлы, төҙөүсе кешеләрҙе тәрбиәләргә кәрәклеге хаҡында әйткән. Дубайға барғанда ил менән идара итеүсе шәйехтәрҙең балаларының, ябай халыҡ менән байрам итеп, бергә аралашып йөрөүҙәре, көтмәгәндә уйындарға ҡушылып китеүҙәре хаҡында һөйләгәйнеләр. Әммә бөгөн һүҙем бөтөнләй икенсе хаҡта. Көн дә иртәнсәк билдәле сәғәттә, автобусҡа ултырып, стационарға дауаланырға йөрөнөм. Бер ваҡыт урамда матур кейенгән үҫмерҙең, машиналар ағымын туҡтатырға теләп, ҡулдарын йәйеп, юл уртаһына баҫыуын күрҙем. Туҡтай бирәләр ҙә ары елдерә машиналар. Егет тә һис бирешмәй. Аҡылынан шашҡан кеүек, һәр машина артынан ҡулдарын һуҙып ҡала. Бына бер машинаға ҡулы бәрелде. Ай, Аллам, тапалып ҡына ҡуя инде, тип ҡотом осоп күҙәтәм. Тротуарҙан да кешеләр шул үҫмергә ғәжәпләнеп үтә. Туҡтатығыҙсы уны, тигән һымаҡ уларға ла күҙ ташлайым. Әммә һәр кем үҙ юлында.
Бер ваҡыт таңғы һауаны яңғыратып ҡысҡырып ебәрәм:
– Эй, кит унан, кешеләргә ҡамасаулама! Күрмәйһеңме, эш кешеләренең юлын быуып тораһың иҫәр шикелле.
– Бер кемдең эше юҡ. Битарафтар. Беҙҙең илдә, ғөмүмән, шулайҙар. Мин – иҫәр түгел.
– Иҫәр булмаһаң, башыңды юғалтҡансы эсмәҫ инең, – тием.
– Минме эскән? Юуууҡ!
– Нимә һорарға уйлайһың кешеләрҙән? Эсергә етмәй ҡалдымы? – тием, нығыраҡ сәменә тейергә теләп.
– Юҡ, минең аҡсам күп. Теләйһегеҙме, хәҙер һеҙгә лә күсерәм. Күпме кәрәк? – егет, күк йөҙө кеүек зәп-зәңгәр күҙҙәрен тултырып, миңә баға. Ул күҙҙәрҙә һағыш та, һыҙланыу ҙа бар.
– Юҡ, миңә кеше аҡсаһы кәрәкмәй. Елдә торма, ҡайт, ят, ял ит, – тием әсәйҙәрсә хәстәрлек менән. – Әсәйең дә һиңә шулай тиер ине, – тип тә өҫтәйем.
Минең автобусым килә, егет тороп ҡала. Тойомлауым буйынса, егет яйлап ҡына үҙ йортона йүнәлә. Эскән, эсмәгән, ауырыу, һау-һаҡ – һәр кем ошо хәлдә ҡалыуы ихтимал, кешеләрҙән кешегә тик йылы кәрәк. Бигерәк тә йәштәргә тәрбиә, иғтибар етмәй. Үтеп барғанда ла һабаҡ биреүсе, йылы өләшеүсе булып ҡалһаҡ ине.