0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Һәр кеше Ерҙә – берәү!

Кеше үҙен бер ниндәй шартһыҙ ҡабул итһә, тимәк, ул үҙен ярата. Үҙ ихтыяждарын аңлауҙы һәм уларҙы тормошҡа ашырыуҙы, үҙен ҡайғыртыуҙы, шулай уҡ тирә-яҡтағылар менән аралашыуҙа уңайлыҡты хуп күрә. Үҙенә нимә оҡшағанын яҡшы белә һәм тышҡы баһаларға йәки шарттарға бәйле түгел, үҙенә ҡарата ихтирам тойғоһо кисерә, үҙен ыңғай һәм кире сағылышында ҡабул итә.

Һәр кеше  Ерҙә – берәү!
Һәр кеше Ерҙә – берәү!

Үҙен яратмаған кеше тирә-яҡтағыларҙың фекерен өҫтөн ҡуя. Һөҙөмтәлә үҙ баһаһы кәмей, шунлыҡтан тормошҡа ҡыҙыҡһыныуы юғалыуы ихтимал. Шуға ла эске халәтеңде аңларға өйрәнеү зарур. Тормошто ыңғай яҡҡа үҙгәртеү өсөн, башта үҙебеҙҙе ҡабул итергә һәм теләктәребеҙҙе тыңлай белергә тейешбеҙ.
Үҙеңде яратыуҙы башҡаларҙы ишетмәү йәки бүтәндәрҙең ихтыяжын махсус рәүештә һанға һуҡмау – эгоизм – менән бутарға ярамай.
Беҙ йәмғиәттә йәшәйбеҙ, шуға йыш ҡына үҙебеҙҙе башҡалар менән сағыштырабыҙ. Әммә был мәғәнәһеҙлек, сөнки һәр кеше – Ерҙә берәү генә. Башҡалар һүҙенә ҡарамаҫҡа, кәйефебеҙҙе үҙебеҙ күтәрергә, хаталанғаныбыҙҙы танырға һәм үҙебеҙҙе бының өсөн бөтөрмәҫкә генә хәлдән килә бит. Һин тулы кәүҙәлеме, әллә артыҡ сандырмы – үҙеңде нисек бар, шулай яратырға өйрән. Тормошоңдо боҙған кешеләрҙе үҙеңдән ебәреүҙән ҡурҡма. Үҙ-ара мөнәсәбәттәргә ҡырҡыулыҡ индергәндәр һәм һине ихтирам итмәгәндәр менән аралашыуҙан баш тарт. Яҡындарың хуплағанда һәм ҡәҙерләгәндә үҙеңде яратыу күпкә еңел. Кешелә ҡурҡыу тойғоһо булыу тәбиғи. Быны ҡабул итеү мөһим.
Ҡарарҙар ҡабул иткәндә лә дөрөҫ эшләүеңә ышан. Шиктәрҙе алып ташла. Сөнки нисек яҡшы булырын тик үҙең генә беләһең. Тормош биргән бер форсатты ла ҡулыңдан ысҡындырма. Һәр ваҡыт яңы мөмкинлектәргә юл ҡуйыла. Бер ишек ябылһа, икенсеһе асыла ул.
Ял итергә ваҡыт тап. Ваҡытында йоҡла, тәбиғәткә сыҡ, көс йый. Үҙ фекереңде белдереүҙе ғәҙәт ит. Бының өсөн рөхсәт көтмә. Һинең тауышың башҡаларҙыҡы кеүек үк мөһим.
Матурлыҡты ябай нәмәләрҙә күрергә өйрән. Рәхмәт тойғоһон кисер.
Үҙеңде аяуһыҙ тәнҡитләүҙән арын. Шул ваҡытта күңелең бөтөн, киләсәгең яҡты булыр.

Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: