Ағас, яуап итеп, сағыу төҫтәр менән балҡыған япрағын ҡыштырҙата. Билдәле һинд мистигы Ошоноң: «Бәхетте аулаусы өс тоҙаҡ бар: үткән өсөн үкенес, киләсәк өсөн борсолоу, бөгөнгө хәлең өсөн шөкөр итә белмәү...» – тигән һүҙҙәрен иҫләп, барыһы өсөн дә рәхмәтле ҡабул итеү торошона көйләнәм.
– Бындай матур алтын көҙҙө күптән күргәнебеҙ юҡ ине, рәхмәт!
Сыуаҡ ҡояш нурҙары беҙҙе оҙаҡ ташламаны. Көҙҙөң алсаҡлығына, йомартлығына һоҡланып, йәйҙе тиҙ оноттоҡ. Быйылғы иртә килгән яҙҙы ла. Йәйҙәрҙе һағындырған ҡышты ла. Хәҙер инде көтәбеҙ. Ап-аҡ юрғанлы сафтан-саф миҙгелде көтәбеҙ. Ҡыштың үҙ ҡыуаныстары. Үҙ бүләктәре. Үҙ мөғжизәләре. Зинһар, ашыҡмайыҡ! Бөгөндө күрә беләйек. Бына уяндыҡ. Ер өҫтөн ап-аҡ томан ҡаплаған. Ул таралыр. Ҡояш балҡыр. Беҙ япраҡтар менән сыбарланған һуҡмаҡтан атлап китербеҙ. Һөйгән кешебеҙҙең күҙҙәренән мәғәнә табырбыҙ. Иң мөһиме шул бит. Иң мөһиме – күңелдәге мөхәббәт, һөйөү ҡояшыбыҙҙың нурланып балҡыуы. Кешеләргә ҡарата ышаныс һәм мөхәббәт. Кем һәм ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, ул беҙҙең йылыға һәм иғтибарға мохтаж. Йылытайыҡ. Бәлки, тап шул осҡон уны тоҡандырып, күңел усағын дөрләтеп ебәрер. Бер генә йылы һүҙ етә. Яратайыҡ һәм үҙебеҙгә һөйөү менән ҡарағандарға рәхмәтле булайыҡ! Көҙ моңо шундай.