Көтөү ҡыуып ҡайтыуыма, өйҙөң төпкө яҡ ишеге ябылған, әсәй үҙенең янына индермәй. Тиҙ генә Ҡорманбикә инәйеңде саҡырып килтер, ти. Уны йүгертеп кенә алып килдем. Әсәйгә ныҡ ҡыйын һымаҡ. Уны бер һүҙҙән тыңлағанлыҡтан, төпкө яҡ ишекте асмай ғына аралашабыҙ. Тауышҡа Заһит ҡустым уянды. Ул, ундай-бындай тыйыуҙарҙы бик ҡолағына элеп бармағанлыҡтан (сөнки ныҡ иркә малай), ишекте асырға, әсәй эргәһенә инергә маташа. Уның был теләге бик ҡаты кире ҡағылғас, шым ғына ситке яҡтағы урындыҡта тумарлайбыҙ. Күрше Рәүйә инәй йүгереп инеп төпкө яҡҡа үтте. Бер ваҡыт ниндәйҙер ят тауыш ишеттем! Йөрәк жыу итте. Төпкө яҡта ҡатындар сыр-сыу килә. Рәүйә инәй ҙур тасты һөйрәкләп алып инде, һыу йылынғайны, биҙрәләр ҙә төп яҡҡа күсте. Заһит, ҡарайым, тип ныҡыша, мин уны үткәрмәйем. Әүрәтәм. Сөнки шулай ҡушылған. Ярамай! «Тиҙ ярҙам»ды күрше Фәриҙә инәй ауыл осона барып ҡаршы алды. Атыу нисек өйҙө тапһындар? Шулай итеп, таңғы һигеҙҙә һеңлем тыуғайны инде. «Тиҙ ярҙам» машинаһына әсәйем үҙ аяҡтары менән атлап инеп ултырҙы. Бәләкәс юрғанға төрөлгән һеңлемде шәфҡәт туташы күтәреп сығарҙы. Уның алдынан миңә бәпәйҙе әҙ генә күрһәтеп алдылар. Минең, туғыҙ йәшлек ҡыҙсыҡтың, йоҙроғо хәтлем генә баш та беләге хәтлем генә кәүҙә! Шулай бәләкәс кенә була икән тыуғанда кешекәйҙәр! Көнө буйы «һеңлем бар!» тип осоп йөрөнөм! Атайҙы йәй көндәре беҙ күрмәй ҙә инек. Таң менән баҫыуға китә лә ҡара төндә ҡайтып инә. Августа йоҡларға бөтөнләй ҡайтмай, яланда ҡала. Нисек тә уға хәбәр итергә бит инде. Күршеләр, рация аша белдерергә була, тинеләр. Киттем силсәүиткә. Унда күрше Фәйезйән ағай эшләй ине. Рация тигәндәре ҡыҙыҡ икән! Ялан телефонынан, атайым ғына ишетәлер, тип аңлап, вәт ҡысҡырам бит! Кәрәген дә, кәрәкмәгәнен дә теҙәм. Баҡтиһәң, рация тигәндәре бөтә халыҡҡа яңғырай икән! Заһитты, Ҡыҙылдан кәмәһе менән ағып килә ине, һиңә һеңле тотоп алдыҡ, тип алдаштырғандар. Мин ышанманым инде уныһына.
Һеңлеле булыу бәхете бүләк иткән өсөн атай-әсәйемә рәхмәтлемен. Ул мине үҫтергән: бәләкәй генә көйө һеңлем өсөн яуаплылыҡты үҙемә алып, уны терәк итеп йәшәгәнмен һәм йәшәйем. Бер генә бала тапҡан йәштәр, нисек икәүһен күтәрербеҙ, тип уйланмаһын, балаларын һеңлеле йә ҡустылы булыуҙан мәхрүм итмәһен ине.