Шул хәтлем ҡыуанды һәм мәктәптә Зөһрә апай Кашаповаға, ҡыҙым шиғыр яҙа башланы, тип барып әйткән. Яҙғаным ҡайнар хистәрҙе сағылдырһа ла, шиғыр булмағандыр инде. Пионер бүлмәһенә саҡыртып, шиғырҙың рифмаһы, ритмы булыуы тураһында һөйләне уҡытыусы апай. «Яҙ ҙа яҙғандарыңды «Башҡортостан пионеры», «Пионер» (хәҙерге – «Йәншишмә», «Аманат») кеүек баҫмаларға ебәрербеҙ», – тине. Шулай итеп, мин тырышып шиғырҙар, мәҡәләләр яҙа башланым. Өйгә редакциянан хат килһә, иң тәүҙә әсәйем менән атайым шатлана ине. Бейемәйенсә конвертты тоттормайҙар. Мин илап торам, көлөп торам, бейей-бейей алам конвертты. Илайым – сөнки был һынау оҡшамай, көләм – сөнки шатлығымдан башым күккә тейә. Һәр хат оҫталығыма, үҫешемә күпер тип ҡабул ителә ине. Мәҡәләмде баҫманылар, тип ҡайғырманым. Улар һораған темаларға, етешһеҙлектәремдән арынып, яҙып ебәрергә тырыштым. Бер ваҡыт район гәзите «Осҡон»да баҫылған мәҡәләм өсөн бирелгән гонорарыма әсәйемә мәрйен төҫлө ерлеккә аҡ борсаҡтар төшкән дүрт сынаяҡ алып ҡайтып бирҙем. Эй ҡыуанды ҡәҙерлем. Тәүге эш хаҡыма үҙемә нимәлер алырға уйламай, тап уны ҡыуандырырға тырышыуым өсөн хәҙер һөйөнәм. Әсәй – кеше өсөн иң изге йән. Уның һәр һүҙен дөрөҫ тип ҡабул итәһең. Уны бер кәмселекһеҙ, матур итеп күрәһең. Хәҙер, йылдар үткәс, күптән гүр эйәһе булған әсәйемде ҡәҙер итә алмауыма йәнем әсей. Әммә ул аңлап ҡабул иткәндер, миңә үпкәләмәйҙер, тип уйлайым. Сөнки әсәйҙәрҙә генә балаһын төрлө яҡлап ғәфү итеүсе, ҡурсалаусы, миһырбанлы йөрәк бар.
Бер балаһы өсөн мең тулғаҡ тота, мең ғазап үтә.
– Әсәй, табиптар һиңә мин тыуғандан һуң ҡабат бала табырға рөхсәт итмәгән, ниңә үҙеңдең ғүмереңде ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, ҡустымды, һеңлемде таптың? – тип һорай ҡуйҙым.
– Һин яңғыҙ ҡалмаһын тип...
Ябай ғына һөйләшеүҙә күпме мөхәббәт, күпме наҙ, күпме яратыу. Әсәйем бер ҡасан да «ҡыҙым», «алтыным» тимәне. Ул миңә мөхәббәтен тотош ғүмере менән иҫбатланы. Ул мөхәббәт бөтә тормошом буйы оҙата килер.