Быйылғы 2023 йылдың 6 февралендә Төркиәлә һәм Сүриәлә 7,8 баллыҡ ер тетрәүе уйланырға мәжбүр итте. Уҙған быуаттың 30-сы йылдарында ошондай бәлә 40 меңгә яҡын кешене алып китһә, быйылғыһында һәләк булғандар, яраланғандар һаны асыҡлана һәм арта ғына бара. Бер секунд эсендә күп ҡатлы йорттарҙың ер менән тигеҙләнеүен күреү ҡот осҡос бит. Сейсмологтар бындай дәһшәтле ер тетрәүенең 130 йыл элек булыуын билдәләне.
Төрөк ҡыҙы Кубра Генч менән ижади хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Башҡорт яҙыусыларының хикәйәләрен тәржемәләп, төрөксә китап әҙерләне был тырыш, фиҙакәр ханым. Илендәге ҡаза хаҡында белгәс тә, тәү сиратта, уның хәлен белештем. Шөкөр, афәт уның өйөнә ҡағылмаған. Әммә иле, милләттәштәре өсөн йәне өҙөлә. Ул минән шуны үтенде: беҙҙең өсөн доға ҡылығыҙ! Ҡәрҙәшебеҙҙең үтенесе: «Аңығыҙға килегеҙ, кешелек!» – тигән оран һымаҡ яңғыраны...
Көтмәгәндә ябырылған ҡаза кешеләрҙе берләштерҙе. Яраланғандарға, емереклектәр аҫтында ҡалғандарға, өйҙән, кейемдән, аҙыҡ-түлектән яҙғандарға ярҙам күрһәтеү өсөн Төркиә, Сүриә халҡына гуманитар йөк ебәреүҙәре хаҡында ил башлыҡтары ҡайғы уртаҡлашып хәбәр итте.
Төркиәлә дәүләт әләме төшөрөлдө, бер аҙналыҡ матәм иғлан ителде. Юғалғандарҙы эҙләү эштәре әле һаман дауам итә.
Кешелек хәтере шулай көйләнгән: ул иң яҡшы минуттарҙы ғына иҫләргә, ыңғай тәьҫораттар менән йәшәргә ынтыла. Әммә тыныслыҡтың шундай нәҙберек, бөгөнгө төҙөлгән донъябыҙҙың сиктәре шундай нескә икәнен онотмаҫҡа киҫәткән билдәләр бар. Ошондай мәлдәрҙә, мәңгелек, тип ғәмһеҙ генә йәшәп ятҡан донъябыҙҙың ни тиклем ыуалырға ғына торғандай нәфис икәне һәм бер нисә секунд эсендә ҡалаларҙың ғына түгел, тотош Ер шарының юҡҡа сығыу ихтималлығы тетрәндерә.
Бөтәбеҙгә Ер шары берәү генә. Шуны хәтерҙән сығармаһаҡ ине.