Йыш ҡына ҡурҡҡаның алдыңа килә һәм һин үҙеңдә күрәҙәлек сифаттары барлығын аңлай башлайһың. Һәм иң хөртө... һин үҙеңдән дә яҡшыраҡ күрә алыусы кешене эҙләп табып, уға киләсәгеңде ышанып тапшыраһың. Ул башыңа үҙ программаһын һалып өлгөрә. Һәм һин уның буйынса йәшәргә йүнәлеш алаһың. Әммә ул әйткәндәр бойомға ашмай. Шунда ғына аңлау килә: көндәреңдең, уңышыңдың ижадсыһы тап үҙең бит. Нимәнелер уйлап, эшләп еткермәгәндән шундай күңелһеҙ хәл тыуған – барыһына тик үҙең генә ғәйепле. Әйтәйек, ҙур уңышҡа өлгәштең, ти. Уныһының башында ла үҙеңдең сабырлығың, ныҡышмалығың, тырышлығың, бер нәмәгә ҡарамай ошо маҡсатҡа барыуың ята. Шуны уйлап ҡарағаның бармы? Әгәр мин иртәгәһе көндө бөгөн ҡайғыртмаһам, унан мөғжизәүи рәүештә үтәлер тип шул һөҙөмтәне көтә аламмы?
Хикәйә яҙа башлағас, һәр характерҙың үҙенең логикаһы булыуын астым. Был эҙмә-эҙлеклек һөҙөмтәһендә ваҡиғалар үҫешә, кульминацияға етә һәм сиселеш ала. Һәр характер уны үҙенсә хәл итә. Хатта яҙыусы ла шәхесен йәшереп ҡалдыра алмай. Ул ошонда үҙенең кемлеген аса. Шағирә шәхесе образдар артында йәшенеүе мөмкин, ә прозаик улайта алмай. Сиселеш ысынбарлыҡҡа яҡын, әммә барыбер уны тулыһынса биреп бөтмәй, сөнки уға бит кешеләрҙең өмөтөн тартып алырға, уларҙың ышаныс Ҡояшын һүндерергә ярамай. Шиғырҙа ла нимә яҙһаң, шул тормошҡа аша башлай. Шуға... яҙығыҙ, хыялланығыҙ, пландар ҡороғоҙ һәм ул мөғжизәүи рәүештә ғәмәлгә ашырға тотонасаҡ! Һеҙ – үҙ тормошоғоҙҙо төҙөүсе, бөгөн нимә сәсһәгеҙ – иртәгә шуны урырһығыҙ. Эс бошҡанда, уйларға ялҡау килгәндә, тормош ептәре сейәлеп буталғанда үҙ яҙмышыңдың йомғағын һүтеүҙе икенсе берәүгә тапшырыу – ахмаҡлыҡ. Ултыр ҙа уйла, ял ит, башыңдағы уйҙарыңды тәртипкә һал да ипләп кенә тағат. Пландар ҡор. Хыяллан. Шунда ғына һин үҙ асылыңа ҡайтырһың. Тормошоңдо ҡорорға яуаплылыҡты үҙ ҡулыңа ал. Күрәҙәселәр юҡ, тимәйем. Ғәжәйеп рәүештә алдағыны әйтеп бирәләр. Әммә улар кешенең шәхсән иркен инҡар итмәй бит. Ирекле, ҡанатлы булайыҡ!