Һәр ваҡыт ҡайҙалыр ял итергә барһам, бала саҡта кисергән оҡшаш тойғоларҙы эҙләй башлайым икән. Мысырҙа бала саҡтың эҫе ҡояшы өтөп алғандай булды. Төркиәлә ял иткәндә лә сабый саҡта кисергән хистәр тулҡынында бәүелдем. Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә сүллектә булғанда ла хатта үҙемде Сыбартүбәмә менеп баҫып торғандай хис иттем. Шул ваҡытта үҙемдә көс артҡанын тойҙом.
Үҙ-үҙем менән ҡалған ваҡыттарҙа ҡеүәт эркелеп килгәнен тоям. Тағы ла, намаҙ ҡылырға тип, Аллаһ Тәғәлә ҡаршыһына баҫҡанда.
Кешеләргә изгелек эшләй алғанымда ла көсөм артып киткәндәй була.
Берәй хайуанды ашатҡанда килә көс. Сөнки ул беҙҙең ярҙамға, хәстәргә мохтаж.
Кеше хәлен еңеләйтә алғанымда күңелем шатлыҡ нурына тула.
Бүләк биргәндә ҡулыма көс эркелеп инә.
Артыҡ, үҙ тәғәйенләнешен үтәп, эшлектән сыҡҡан әйберҙәрҙән ҡотолғанда.
Кино, театрға, музейҙарға ингәнемдә, һәйбәт тәьҫораттар менән ҡайтҡанымда. Айырыла алмай китап уҡығанда килә ул көс.
Тәмле итеп сәй эскәндә, йоҡоға талғанымда.
Берәй илһамлы кеше менән һөйләшкәнемдә. Илһамлы ижадсының эштәренә юлыҡҡанымда. Бала саҡтан таныш моңдар тыңлағанымда. Радионан ағылған башҡорт моңона бәүелеп кенә йоҡонан уяна инем. Әле лә таныш ауаздар сағылып китеү менән күңел илһам тулҡындарына көйләнә. Көс эркелеп килә. Һәм мин ҡәләмгә тотонам. Туҡтай алмайынса яҙам. Ижад миңә көс бирә. Унда мин – ирекле, ҡанатлы. Ҡеүәтле.
Көс – ул энергия. Уның ҡиммәтен беҙ баһалап еткермәйбеҙ ҙә кеүек. Уны һатып алып та, тотоп ҡарап та, үлсәп тә булмай. Ул ниәттә, теләктә ғәмәлләшә. Изге уйҙар Еребеҙҙе ҡурсалай, кешеләрҙе юғары тулҡындарға көйләй. Тик изге ғәмәлдәр, уйҙар, теләктәр менән беҙ ҡеүәтле, көслө. Шуға ла һынауҙар менән килгән йылды рәхмәтле булып оҙатайыҡ, өр-яңы йылыбыҙ төклө аяғы менән килһен. Изге теләктәр бойомға ашһын. Тыныс күк йөҙө, киләһе көндәребеҙҙең аяҙ булыуын теләйек.
Тыуған ил – ул тыуған ер. Туған телебеҙ, моңобоҙ, әсә телендә сыҡҡан матбуғат баҫмалары – көс сығанағы. Шуларҙан яҙҙырмаһын.
Киләһе йылда ла «Башҡортостан ҡыҙы» менән дуҫлыҡты дауам итерһегеҙ, тип ышанабыҙ. Беҙ һеҙҙең өсөн эшләйбеҙ. Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!