0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Баш мөхәррир һүҙе
12 Декабрь 2022, 11:41

Иң мөҡәддәс тойғо

Донъялағы һәр йән эйәһенең әсәһе бар. Кем һәм ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, яҡты донъяға килтереүенә кеше әсәһенә рәхмәтле. Әсә һүҙенән Ҡояш йылыһы, миһырбанлыҡ, яҡтылыҡ тоябыҙ. Сабыйҙың теле лә «әсәй» тип асыла. Ҡурҡыныс килгәндә, ауырығанда һәр ваҡыт ошо изге йән аңыбыҙға килә. Шулай булғас, әсәй – ҡурсалаусы, һаҡлаусы, яҡлаусы. Балаһына үҙ йәнен бүлеп бирергә әҙер, ауырығанда төн йоҡоларын ҡалдырып, керпек елпеүен күҙәткән, хәүефле юлдарҙан көнө-төнө доғалар уҡып көтөп алған әсә бит ул!

Иң мөҡәддәс тойғо
Иң мөҡәддәс тойғо

...Әсәйем мәрхүмә булыуға ике тиҫтә йыл тулып уҙҙы. Үҙем уның йәшен үттем инде хәҙер. Әммә ҡәҙерлемдең рухы, яҡты хәтере мине һаман йылыта. Ғүмерлек һөйөүен тойоп, әсәй наҙы менән һуғарылғанға күңелем бөтөн, уйҙарым яҡты. Һәр ваҡыт уның алдында иҫәп тотам кеүек. Ҡәнәғәт ҡалыуын йә хупламауын тойоп, уның менән күңелемдән һөйләшәм. Ҡыйын ваҡыттарҙа ҡылт итеп уның әйткән һүҙҙәре иҫкә төшөп, төшөнкө уйҙарҙан арынам. Уның ауырлыҡтар алдында бирешмәй, матур итеп йәшәргә ынтылыуын иҫләү миңә дарман өҫтәй.
Нишләптер әсәй йылыһын беҙ татлы һүҙҙән түгел, уның булмышынан тоябыҙ. Уның хәстәрлеге, ҡарашы, йәшәйеше, хыялдары, өмөт-маҡсаттары менән билдәләнә ул һөйөү. Уның бар йәшәйеше беҙҙең тирәләй урала. Уның өсөн башҡа орбита, Йыһан юҡ. Беҙ, балалары, уның донъяһының айырылғыһыҙ бер өлөшө, яҡты бите, һөйөнөсө, көйөнөсө.
Әсәлек – Аллаһы Тәғәлә тарафынан гүзәл затҡа бүләк ителгән иң мөҡәддәс тойғо. Ул упҡындарҙан тартып алыр, әжәлде сигендерер, һыуҙа ла батырмаҫ, утта ла яндырмаҫ. Үҙендә ошо хисте асҡан, баҫырмай үҫтергән, көсәйткән кеше бәхеттең иң юғары ҡатына менә, тимәк.
Әсәһен ҡәҙер иткән, уның күңелен күрергә ынтылған, ҡайғыртыуҙан, көйөндөрөүҙән һаҡларға тырышҡан кешеләр беләһегеҙме ниндәй хөрмәт уята! Ошо мөнәсәбәт өсөн генә ихтирамлы баш эйге килә ундайҙар алдында.
Аһәңле, баһалы, моңло, мөхәббәтле кешеләрҙе Әсә миһырбанлығы күтәргән, дәрәжәһен арттырған! Әсәләр булғанда донъя ла яҡтыраҡ, көндәр ҙә яғымлыраҡ. Йөрәк йылыһы, күңел һиҙгерлеге менән Ер йөҙөн йылытҡан Әсәйҙәр йәшәһен!

Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: