Шул ваҡыттарҙан бирле Дөрөҫлөк кейеменә төрөнгән Ялған, кешеләрҙең күҙен буяп, бөтә донъя буйлап сәйәхәт итә, ә Дөрөҫлөк менән бер кем дә асыҡтан-асыҡ осрашырға теләмәй икән.
Ялған таратҡан ҡиммәттәр менән йәшәү иһә ҡурҡаҡ, ихтыярһыҙ кешеләрҙең рухын ярлыландыра. Әммә кешеләргә Дөрөҫлөктөң күҙенә тура ҡарап йәшәү ирке бирелгән бит! Ҡыйыуҙар унан һипһенмәй, ситләшмәй, сөнки хаҡ ысынды тик Дөрөҫлөк кенә әйтеп бирә ала. Дөрөҫлөк – ул юғары аң, уны ҡабул итер өсөн зиһенең һәм йөрәгең әҙер, ихтыярың ныҡлы булырға тейеш.
Ялғандың таяуҙары таяндырмай. Бәғзеләр Ялғанға тиҙ генә ышанып, уның алдаҡ ҡараштарын башҡаларға тылҡый башлай, уға табыныуҙарын, баш эйеүҙәрен теләй. Ләкин кешемен тигән кеше, уйлы шәхес булһа, һәр ваҡыт эҙләнеү юлында. Яңылышҡан хәлдә лә, уның бер көн килеп күҙе асыла һәм ялғанды ысындан айырырға өйрәнә. Әммә ҡайһы берәүҙәр белә-күрә ялған эсендә ҡалыуҙы хуп күрә. Сөнки уларға шулай уңайлы, мәшәҡәтһеҙ. Берәү ҙә борсомай, йәненә теймәй. Ялған бит шыма алдаша, күҙ быуа, күрәләтә ҡараны аҡ тип ышандыра, енәйәт ҡылыуға этәрергә лә күп һорамай. Ул ҡан көҫәй. Уға еңеү кәрәк – мөмкин тиклем кешеләрҙе яулап алырға, аңдарын томаларға, дөрөҫ юлдан тайпылдырырға тейеш. Шуға ла ул юрамал ғына шундай ымһындырғыс йомшаҡ һүҙле, яғымлы ҡарашлы. Ә дөрөҫлөк – берәү. Уны алдап та, аҙаштырып та, инҡар итеп тә булмай. Ә Һеҙ ҡайһы яҡта?