-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Баш мөхәррир һүҙе
19 Сентябрь 2022, 09:32

Илһамлы кеше – ҡанатлы

Илһамһыҙ башҡарылған эш – тоҙһоҙ аш кеүек. Илһамда илаһи бер талпыныу, ашҡыныу бар. Һәр көн үҙ илһамы, үҙ асыштары, үҙ мөмкинлектәре менән тыуа. Һеҙҙе нимә илһамландыра? Мине алда ҡуйылған маҡсат, хыял, киләсәктә донъяны тағы ла тәрәндәнерәк танып белергә, кешеләргә күберәк ярҙам итергә теләүем ҡанатландыра. Әйләнә-тирәмде тик матурлыҡ уратыуын күреү ихтыяжы ла, ҡапыл тоҡанып, яңы эштәргә тотонорға дәртләндерә.

Илһамлы кеше – ҡанатлы
Илһамлы кеше – ҡанатлы

Мөхәббәт илһамландыра. Иҫләйем, Заһиҙә һеңлем тыуғас, уны күреп ҡайтыу ниәте менән шыпырт ҡына район үҙәгенә юлға сыҡтым. Юлдар төҙөкләндереүгә ябылғанлыҡтан, ниндәйҙер машинаға эләгеп, төштән һуң ғына әсәйем янына барып еттем. Ул миңә алһыу ғына йөҙлө ҡурсаҡтай һеңлемде күрһәтте. Илһамым, бәләкәс кенә йөрәгемдә ошо йән эйәһенә тоҡанған һөйөүем миңә яңғыҙым әллә нисә саҡрым юлды йәйәү үтергә, ҡурҡмаҫҡа дәрт биргән.


Бер ауырыуҙан һуң күҙемде асам. Иртәнге ҡояш нурҙары һүрән генә төшә. Шул ваҡыт беҙҙең өйҙә йәшәгән ташбаҡа һыҙғырып ебәрә: «фюююй!» Мин ҡыҙыҡһынып, ул шаптырлаған яҡҡа ҡолаҡ һалам. Ана бит, яңы көн тыуыуы уны нисек илһамландырған. Ниңә мин тик ятам әле?! Ул тойғанды мин дә тоям бит. Көн шундай матур! Тиҙ генә урынымдан ҡалҡынам, дәрт менән урын йыйыштырам, йыуынып, күнекмәләр яһайым – ҡыуанам!


Илһамым тауҙарға мендерә, күбәләй эш аҡтарта, энә менән ҡойо ҡаҙҙырта, бикле ишектәрҙе аса... Илһамһыҙ кеше – йәнһеҙ.


Илһамлы кеше үҙенең төҫөнә, ҡиәфәтенә иғтибар итмәй. Уға барыһы ла, ул үҙе лә гүзәл булып күренә. Ул – төҙөүсе, ул – ижадсы. Ул – уңғандарҙың-уңғаны, һылыуҙарҙың-һылыуы.


Күҙ алдына килтерегеҙ, бер ваҡыт илһамды һеҙҙән тартып алдылар, ти. Һеҙ, тимәк, яратыуҙан, ижад итеүҙән мәхрүм. Был – өмөтһөҙлөк. Һеҙ уны үҙегеҙҙән үҙегеҙ генә тартып ала алаһығыҙ. Ә ысынында һеҙ – ирекле, ҡыҫаларҙы үҙегеҙгә үҙегеҙ генә тыуҙырғанһығыҙ. Алып ташлағыҙ, шунда ғына һеҙ – илһамлы, һеҙ – ҡанатлы.

Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: