Ул һиңә йөрәге түренән өҙөп иң матур гөлдө бүләк итә һәм шатланғаныңа һинән дә нығыраҡ бәхетле була.
Күңел халәтеңде ете диңгеҙ аръяғында булһаң да тоя һәм кәрәкле һүҙҙәрҙе тап әхирәтең әйтә. Ул һине ҡурсалай. Был тормошта ла, ысын донъяла ла ел-ямғыр, ут-ғәрәсәт урап үтеүен теләй.
Ул һиңә әсәһенә, балаһына ла һөйләй алмаған серҙәре менән бүлешә һәм серең уның йөрәгендә мәңгелеккә «ерләнә».
Тормошта төрлө хәлдәр була: дуҫ тигәнең дошман булып сыға, дошманың һиңә уйламаған изгелектәр ҡылып ҡуя. «Эй, дуҫҡайым, һиңә әйтәм, сер һөйләмә дуҫыңа. Дуҫыңдың да дуҫы була, ул да һөйләр дуҫына». Был, минеңсә, әхирәткә ҡағылмай. Әхирәтлек хатта икенсе донъяла ла дауам итә, шуға ла ул «әхирәт» тип атала. Теләһә кемгә әхирәт тип әйтеп тә булмай. Ул бик ышаныслы, һыналған булырға тейеш. Күңелдәшлек, йәндәшлек бар был һүҙҙә.
Әхирәтең кем, мин һиңә шуға ҡарап үҙеңдең кемлегеңде әйтермен, тиҙәр. Ысынында кешеләр бер-береһенә күңел халәте буйынса бәйләнә. «Ендәре килешкән», тигәндә лә әхирәттәрҙең бер-береһенә теләктәшлеге, яҡынлығы сағыла. Әхирәтте һин бөтә етешһеҙлеге, холҡо менән үҙеңә ҡабул итеп алаһың, уны үҙгәртергә тырышмайһың. Ул нисек бар – шулай. Кешене ошолай ҡабул итә белеү барлыҡ яҡшы мөнәсәбәттәрҙең нигеҙендә ята икән. Һәр кемдең әхирәте була! Булмаһа, күңелегеҙҙе яҡтыртып эҙләгеҙ, табығыҙ! Уға тоғро булығыҙ! Уны яратығыҙ! Әхирәтлек кешегә терәк кенә түгел, ул уны юғары итә, үҫтерә. Әммә был да, мөхәббәт кеүек, һирәктәр өлөшөнә төшкән көмөш.