Нахаҡ һүҙҙе күтәреүе ауыр. Ул – кешене тотош эшлектән сығарырға, ҡыйратырға йүнәлтелгән боҙоҡлоҡ. Әммә уның дөрөҫ түгел икәнен белеү кемдер алдында аҡланырға, аңлатып бирергә тырышыу теләген тыуҙыра. Нахаҡ уның һайын оторо ҡотора. Үҙ дәлилдәрен килтерә. Үҙен хаҡ, сафтан-саф һанай. Шул ваҡыт хаҡта сәм уяна. Барыбер минеке дөрөҫ, тип уйлай ул. «Иҫәр – еңдем, аҡыллы – ҡуйҙым, тиер» тигәнде күҙ уңында тотоп, хаҡ, әйләнеп, үҙ эштәре менән булырға тотонор. Нахаҡты был сығырынан сығарыр. Ул нисек тә хаҡты төртөп төшөрөргә, ҡыуып ебәрергә маташыр, аҫтан хөсөтлөк ҡылыр. Бөтә ҡара көстәрҙе уятыр, нәфрәт утын ҡуҙғатыр. Төрлө яҡтан уҡ атыр. Иң яманы – хаҡ йоҡлаған саҡта уның артынан килеп бысаҡ ҡаҙар.
...Әммә хаҡ йәшәүен дауам итер. Ул уйламағанда өҫкә ҡалҡып сығыр. Кешеләрҙең күҙҙәрен асыр. Шунда изгелектең тантанаһына инанырҙар.
Хаҡ үҙенең хаҡлығын һаҡ ҡына алып барыр. Сөнки ул тыныс. Ҡояшты барыбер ҙә болот менән ҡаплап ҡуйып булмаясағын белә. Хәҡиҡәт – Ҡояш кеүек. Уға тартылалар. Уны эҙләйҙәр һәм уны табалар. Хәҡиҡәтте эҙләгәндә шуға ышанырға һәм шул юлдан тайпылмайынса алға барырға кәрәк.
Нахаҡ – ул бәлә. Ул көстө һәм ваҡытты ала. Изгелеккә ҡамасау. Уны ваҡытында күрә белеү һәм үҫтермәү, ҡанат ҡуймау мөһим. Яманға юлдаш булмаҫҡа. Йырағыраҡ торорға. Уның өсөн йөрәк һиҙгерлеге, аҡыл зирәклеге, уяулыҡ зарур.