Урта йәштәрҙә парһыҙ ҡалып ҡаңғырыусылар байтаҡ. Шул йәшкә етеп, һаман да үҙ ояһын ҡора алмағандар ҙа юҡ түгел. Ҡайҙан эҙләргә бындай осраҡта үҙ яртыңды, нисек итеп танышырға, кемгә мөрәжәғәт итергә? Таныштырыу клубтары бар. Әммә уларҙа һирәктәр генә парын таба, сөнки килгән осраҡта ла, мөйөшкә һырлығышып, кем мине һайлар икән, тигән һымаҡ ситтән күҙәтеүсән кеше. Яҡындар аша танышыуҙар һөҙөмтәле. Мин үҙем әллә нисә парҙы ҡауыштырҙым. Димсе диңгеҙ кистерә, тигәндә дөрөҫлөк бар. Әммә, ғәҙәттә, бер-беребеҙгә битарафбыҙ. Таныштырыу рәхмәтле эш түгел. Сөнки берәү ҙә киләсәктә был кешеләрҙең мөнәсәбәте нисек үҫеш алырын белмәй. Әгәр ҙә бер-береһен хөрмәт итеүгә, кәмләмәүгә, етешһеҙлектәренә күнеп, ҡайһы бер мәлдәргә күҙ йомоп йәшәргә өйрәткән фән булһа, ошо ҡанундар ғаиләлә мотлаҡ үтәлһә, таныштырыусы ла ҡурҡмаҫ ине. Берәү ҙә мөнәсәбәт ҡорорға өйрәтмәй шул. Ҡатын-ҡыҙҙың, үҙе яуаплылыҡ тойоп, иң беренсе хискә түгел, ә аҡылға таяныуы мөһим, тиһәк тә, мөхәббәттең йөрәк эше булыуын онотмайыҡ. Баҡтиһәң, тап гүзәл зат үлсәүҙәрҙең тигеҙлеге өсөн яуап бирә, шуға үҙ баһаһын һәр ваҡыт юғары тоторға тейеш икән. Тимәк, иргә үҙенә аяҡ һөртөргә бирмәй, шул уҡ ваҡытта иренең дә баһаһын төшөрмәй.
Бер ҡатындан ғаиләлә бәхетле йәшәүҙең серен һораштым. Ул, иң тәүге нәүбәттә романтик тойғоларҙы һаҡлап йәшәй белергә кәрәк, тине. Һәм һөйөү серен иренә хистәрен уны бүктереп түгел, самалап ҡына өләшеүенән күрҙе. Алдында артыҡ түшәлмәй, шул уҡ ваҡытта уға кәрәккәндә ныҡлы терәк булып. Әммә был бер көндә генә барлыҡҡа килмәй. Ул йылдар буйына яуланған ышаныс, йылылыҡ рәүешендә лә сағыла.
Мөнәсәбәт ҡорор алдынан үҙеңә тиң булырлыҡ, хөрмәт итеп йәшәрлек иш табыуың мөһим. Ә уның өсөн өс миллиард ир-ат араһынан үҙеңдекен һайлап алыуың кәрәк. Табыр өсөн таныша белеүең шарт. Күп осраҡта был үҙебеҙҙең баҙнатһыҙлыҡ арҡаһында уңышлы килеп сыҡмай. Үтә ҡыйыу булыу ҙа, шул уҡ ваҡытта артыҡ әрһеҙләшеү ҙә килешмәй. Һәр нәмәлә эске дәрәжәңде һаҡлау зарур. Был – ҡағиҙә. Әммә тормош ҡағиҙәләрҙән генә тормай. Һәр танышыу, ҡауышыу, бәхетле булыу тарихы – ҡабатланмаҫ. Ҡағиҙәләрҙән тайпылыу ҙа яҙыҡ түгел, бәхеткә барған саҡта.