-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Баш мөхәррир һүҙе
23 Февраль 2022, 10:10

Арыҫландар йәшәһен!

Ир-егетте беҙ ҡаһарманлыҡ, ҡыйыулыҡ, намыҫ кеүек төшөнсәләр менән билдәләйбеҙ. Ваҡсыл, ҡомһоҙ, бур, алдаҡсы кешене ирлек ғорурлығын ергә һалып тапаған тип һанап, «ул ир түгел» тип ебәрәбеҙ. Ир-атҡа беҙҙең талап юғары. Әгәр ҙә уның ҡурҡаҡлығы, ҡыйыуһыҙлығы, намыҫһыҙлығы менән осрашһаҡ, таяуҙарыбыҙ емерелгәндәй, баҙап ҡалабыҙ.

Арыҫландар йәшәһен!
Арыҫландар йәшәһен!

Сөнки беҙгә, ҡыҙҙарға, улар үҙҙәре шундай өлгө күрһәткән. Ул өлгө – атай кеше. Атай! Күпме наҙ, йылылыҡ, хәстәр бар ул һүҙҙә. Ул һиңә ғүмер бүләк иткән, донъяны асҡан һәм һинең донъяға ни тиклем кәрәк, һин ни тиклем матур икәнлегеңде аңларға ярҙам иткән.
Һеңле намыҫын – ағай, апай намыҫын ҡусты һаҡлай. Юҡҡа ғынамы «һәр ҡатын-ҡыҙға үҙ апайыңа йә һеңлеңә кеүек ҡара» тимәйҙәр. Үҙ ағаһында, ҡустыһында ла ҡатын-ҡыҙ ошо ҡәүемде әйҙәр ҡеүәтте, көстө күрергә теләй. Шыйыҡ, былғандаҡ, иҫерткес эсемлектәр менән мауыҡҡан, тәмәке тартҡан, ҡомарлы уйындарға бирелгән, сама белмәгән ир-ат хөрмәт уятмай.
Улдарҙы, атай, ағай, ҡусты, тормош иптәше миҫалын күреп, уларҙың хөрмәтен һәм яратыуын тойоп йәшәгән әсәйҙәр тәрбиәләй. Шуға ла көслө заттың беҙгә өлгө булыуына, уларҙың хөрмәтенә, яратыуына мохтажбыҙ.
Ирҙәр ҙә илай. Әммә уларҙың күҙ йәштәре беҙгә йомшаҡлыҡ булып тойолмай. Илай белгән, тоя белгән, ярата белгән көслө зат ихтирам уята. Йөрәге урынында таш ятҡан ҡаты бәғерлене иретер, уның иғтибарын үҙеңә йүнәлтер өсөн ниндәй булырға кәрәк? Улар ҙа гүзәл затта үҙенә ҡәҙерле булған әсәһен күреүсән. Яғымлы, йылы, наҙлы, хәстәрлекле мөнәсәбәткә улар ҙа мохтаж. Бары йөрәге ошо матур хистәргә һуғарылмағандан, уларҙы алып еткермәгәндән ҡатҡан, үҙен һаҡлар өсөн ташҡа әйләнгән. Был бәйләнеш, күреп тораһығыҙ, ике яҡлы, ике осло. Ул боҙолғандан аһәң юҡҡа сыға, тормошто мөхәббәтһеҙлек, тупаҫлыҡ баҫа. Юҡҡа беҙ парлы итеп яратылмағанбыҙ. Бер-беребеҙҙе аңлап, мөхәббәттә йәшәү – бәхет нигеҙе.

Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: