Теләктәр ҡасан, ни рәүешле үтәлә? Күңел көсө менән ҡеүәткә тулып, яраларға шифа алып, кәрәкле мәғлүмәт үҙенән-үҙе һиңә килеүен көйләп, яҡшы кешеләрҙе, ваҡиғаларҙы ылыҡтырып булыуын беләһегеҙҙер. Нисек уйлайбыҙ, ул шулай тормошҡа ашыусан. Уйҙар һәм теләктәр менән бик һаҡ эш итергә, ҡапыл алама уй килһә, уны юҡҡа сығарып, урынын яҡшылары менән тултыра белергә кәрәк. Күңел көсө, уй менән үҙеңә генә түгел, башҡаларға ла ярҙам итеп була. Шуға бында ла уйҙарҙы тик яҡшыға йүнәлтеү мөһим. Юғары көстәр, әгәр был теләк яҡшыға икән, һиңә ярҙамға килә. Бөтәһе лә ыңғай ғына бара. Ҡапыл ҡаршылыҡтар килеп тыуғанда ла туҡтап уйланып алыуың ҡамасау булмаҫ – бәлки, был юл һине яҡшыға алып бармайҙыр. Нимәнелер онотҡанһың йә эшләп еткермәгәнһең, тимәк. Һинең аңың уны үҙе тыуҙырған булыуы ихтимал. Теләктәр үтәлеүгә үҙеңдән башҡа бер ҡаршылыҡ та булмауын аңлаһаң, йәшәүе шундай рәхәт, һиңә шул хәтлем ҙур мөмкинлектәр асыла! Нимә теләйһең – шул һинең алдыңда! Дөрөҫ телә һәм ал! Ҡурҡыу, борсолоуҙарҙан арын! Үткәндәр, бығаса булған уңышһыҙлыҡтар менән йәшәмә, улар ҡабатланмай. Үҙеңде яңы тормошҡа, яңы тулҡынға көйлә. Һин булдыраһың! Сөнки һин ошо белемдәргә эйәһең. Теләһәң, сабып барған атты туҡтата, һыуҙарҙы кире бора, ваҡиғаларҙы үҙең теләгәнсә теҙә алаһың. «Бәхетле булам» тигән уй башыңа инеп ултырғас, ул һине мотлаҡ үҙ уңышыңа, үҙ юлыңа алып килә һәм һин мотлаҡ хыялыңа ирешәсәкһең. Йыл башында яҙған теләктәрегеҙҙе уның аҙағында уҡып ҡарағыҙ. Ысынында күпселеге үтәлгән була уларҙың. Шуға ла күҙ алдына килтереп, һорап, хыялланып алығыҙ. Үтәлгәндәренә рәхмәт әйтергә онотмағыҙ. Ҡыйыуыраҡ булығыҙ.