-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Баш мөхәррир һүҙе
18 Декабрь 2021, 12:10

Донъяны ҡотҡарһын матурлыҡ!

Ҡатын-ҡыҙ йәмһеҙ булмай ул, уның бөтә матурлығы – әсә булыуҙа! «Матурҙар матур түгел, яратҡан ғына матур», «йәшлек – үҙе гүзәллек». Ысынлап та, халҡыбыҙ матурлыҡ төшөнсәһе хаҡында күп уйланған, бөйөк шәхестәребеҙҙең яҙып ҡалдырған ҡанатлы һүҙҙәре лә – быға асыҡ дәлил.

Донъяны ҡотҡарһын матурлыҡ!
Донъяны ҡотҡарһын матурлыҡ!

Матурлыҡ тигәндә иң тәүҙә кешенең тышҡы ҡиәфәте күҙ алдына баҫа. Башҡорт фольклорында, әҙәбиәтендә түңәрәк йөҙлө, бит остарын соҡорайтып йылмайған, киң маңлайлы, ҡуйы оҙон керпекле, ҡыйғас ҡашлы, уймаҡ иренле, нескә билле һылыу образы матурлыҡ алиһәһе һанала.
Тәбиғәттән бирелгән булмыштан бигерәк ҡатын-ҡыҙ үҙе матур күренергә тырышмаһа, үҙен яратыуы булмаһа, эстән яҡтырмаһа, күңелде ылыҡтырмай, һушты алмай. Ундағы бөхтәлек, таҙалыҡ, сәс һәм йөҙ гүзәллеге, макияж, биҙәүестәр, кейемдәге стиль – бөтөн бер образ булып ойошорға тейеш. Ауыр уй, болоҡһоу ҡараш та тәбиғәттән бирелгән матурлыҡты боҙоуы мөмкин.
Кейенгәндә лә сама тойғоһо мөһим. Ҡатын-ҡыҙ сер булып ҡала белгәндә генә ҡыҙыҡһыныу уята. Тәнде артыҡ асыу һис матурлыҡ тип ҡабул ителмәй, киреһенсә, ундайҙан тиҙ генә ҡараштарҙы алғы килә.
Зауыҡ тойғоһон ҡайҙан тәрбиәләргә тиһегеҙме? Йәмғиәттә матур һаналған ханымдарға иғтибар итегеҙ әле. Улар төркөмдән айырылыр өсөн үҙҙәрен артыҡ ҡиммәтле, күҙгә ташланған әйберҙәр менән биҙәмәй. Киреһенсә, кәүҙәләрен тура тотоп, үҙҙәренә ышанып, әйләнә-тирәләгеләргә яратып, иҫ киткес ыңғай энергия бөркөп, күҙҙәрен йылмайтып баҡҡан өсөн уларға тартылаһың. «Ниндәй матур!» тип һоҡланаһың.
Матурлыҡ – уны баһалай белгән, таҙалыҡ – уны булдырған, мөғжизә – уға ышанған, бәхет уны һаҡлаған ерҙә бар, тиҙәр. Үҙебеҙҙе үҙебеҙ баһаламағанда, башҡаларҙың фекере, йәмғиәттә нығынған ҡараш тәьҫирендә әллә ниндәй һығымталарға килергә мөмкин. Сәскә үҙен матур тип һанауҙарына мохтаж түгел, ул бары нурҙарын сәсеп, илаһи бер нәфислек менән яҡтыра, үҙе бер мөғжизә булып балҡый. Беҙ ҙә үҙебеҙҙең донъяла берҙән-бер һәм ҡабатланмаҫ булыуыбыҙҙы аңлап, һәр көндө ҡыуаныс менән ҡабул итеп йәшәйек!

Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: