Йылы һәм туң кешеләр була. Йылылар – бөтөн, иркен, ирекле, йомшаҡ күңелле. Туңдар – һаран, ҡомһоҙ, ас, асыулы, улар эргәһендә һалҡын. Ошо һалҡынлыҡ менән ул йылыларҙы туңдырырға, уларҙың йылыһын тартып алырға, уларҙы баҫырырға маташа.
Йылы кешеләргә лә ҡай саҡ йылылыҡ кәрәк була. Үҙем теләгәндә йылы ала алмағас, ниңә кешеләргә бушҡа уны өләшергә, тип иңрәй ул, һалҡынлыҡтан, битарафһыҙлыҡтан алған яраларын ялай-ялай. Әммә ул яралар тиҙ тартыла, йылы кешенең баш осондағы болоттар ҙа тиҙ тарала, ул тағы ла йылылыҡ өләшеп йәшәй башлай.
Кешенең күңеле ни тиклем йомшағыраҡ – ул Аллаһы Тәғәләгә шул ҡәҙәрем яҡын. Уны ҡылыҡһырлаусы сифаттар ҙа бит – рәхимле, рәхмәтле, шәфҡәтле, киң күңелле... Ул был сифаттарын үҙенең яратҡан бәндәләренә бирә икән. Танау буйына ҡарап йөрөгәндәр – Аллаһы Тәғәләнән йыраҡ кешеләр. Күңелендә туҙан бөртөгөндәй генә лә эрелек булһа, энә күҙәүендәй генә сират күперенән үтмәҫ, тиелә.
Әүлиәләрҙең йөрәктәре Ҡояшта ирегән майҙай йомшаҡ була, тигәндә лә ошо йылылыҡты тоябыҙ. Кеше гонаһ ҡылған һайын, уның йөрәге ҡата бара. Яңылышлыҡтарҙан, хаталарҙан арынып, тәүбәгә килһә, Аллаһы Тәғәләгә зекер әйтһә, уның йөрәге йомшара. Йомшаҡ күңелле кеше һиҙгер ҙә була. Башҡаларҙы йәлләп, хәленә инеп ҡарай. Ә туң кешегә был сифаттар хас түгел. Ул йәлләй, кешене ҡыҙғана белмәй. Ундайҙарҙың изгелегенә өмөт итеүе лә ҡыйын. Кешеләр менән аралашҡанда тап ошоларҙы күҙ уңында тоторға тейешбеҙҙер ҙә бит. Тик ниңәлер беҙ таш бәғерҙе иретергә тырышабыҙ, уның тәүбәгә килеренә ихлас ышанабыҙ. Уның ниндәй юлға баҫыры тик үҙенең ихтыярында, иркендә. Бәлки, беҙ бер сәбәп кенә була алабыҙҙыр.
Йылы кешеләрҙең ҡөҙрәте сикһеҙ, сөнки уларҙың был сифатын, иң ҙур бүләк итеп, һөйөклө бәндәһе өсөн Аллаһы Тәғәлә үҙе биргән.