+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Баш мөхәррир һүҙе
22 Ноябрь 2021, 10:20

Ярыҡ биҙрә

Бер хикәйәт ишеткәнегеҙ бармы? Оло ғына ҡатын, ике биҙрәһен көйәнтәләп, көн дә һыу ташыған. Берәүһе, бөтөнө, тулы һыу һыйҙырғаны, көйәнтәне аҫҡа тартып бара, ти, ә ярығында, тамсылағас, өйгә ҡайтып етеүгә ярты ғына биҙрә һыу ҡала икән. Ике йыл буйына көн дә шул хәл ҡабатланған. Бөтөн биҙрә үҙенең шәплегенә маһайып киткән, имеш. Ә ярыҡ биҙрә, киреһенсә, кәмселегенән оялып, эшен яртылаш ҡына башҡара алыуына бошонған. Ике йылдан һуң, үҙенең эшкашмағанына тамам ышанып, бахыр оло ҡатынға мөрәжәғәт итә: – Өйгә ҡайтып еткәнсе бөтә юл буйына ярыҡлығым арҡаһында һыу ағыуынан оялам, – тип әйтә ул.

Ярыҡ биҙрә
Ярыҡ биҙрә

Ҡатын көлөмһөрәп:

– Ә һин үткән яҡтағы юлда сәскәләр үҫеүенә, ә тулы биҙрә яғында улар үҫмәүенә иғтибар иттеңме? Һинең был кәмселегеңде белгәс, ул яҡҡа орлоҡ сәстем. Һыуҙан ҡайтҡан саҡта һин уларҙы һуғараһың. Шуға күрә ике йыл буйына гөлдәрҙе өҙөп алып ҡайтып, өйөмдө биҙәй, өҫтәлемә ҡуя алам. Әгәр ҙә һин ошолай булмаһаң, бындай матурлыҡ та тыумаҫ, беҙҙең йортҡа йәм дә өҫтәлмәҫ ине. Һәр кемебеҙҙә тормошобоҙҙо ҡыҙыҡлы иткән үҙенсәлектәр һәм кәмселектәр бар. Уларҙы шулай ҡабул итергә һәм үҙебеҙҙең юл яғында үҫкән сәскәләрҙең еҫтәренән ләззәт алырға онотмаҫҡа кәрәк, – ти ул.

Кешеләргә килгәндә, бөгөнгө көндә ике аяҡһыҙ, ҡулһыҙҙар бөтә ағзалары теүәл булғандарға ҡарағанда ла күберәккә өлгөрә. Уларҙың төшөнә лә инмәгән бейеклектәрҙе яулай, хыялланырға ла ҡурҡҡан уйҙарын тормошҡа ашыра. Кешенең мөмкинлектәрен тик ҡурҡыуы, баҙнатһыҙлығы, оялыуы ғына сикләй. Ҡатын-ҡыҙ һомғолораҡ, матурыраҡ булмауынан тартына. Был уның күп теләктәрен үтәүгә кәртә – ошо хәлгә юл ҡуймаһа, үҙен ышаныслыраҡ тойор ине. Уныһы ярай, артыҡ ауырлыҡтан дөрөҫ туҡланыу, күнекмәләр ярҙамында арынып була. Үҙен иҫ киткес бәхетле тойған, яратылған һәм яратҡан бер ҡатын миңә үҙенең кәмселеген әйтте: бер күкрәген алдырған булып сыҡты ул. Әммә уға был бәхетле булырға ҡамасауламаған.

Терһәгемә сыҡҡан һыҙлауыҡ арҡаһында оҙон еңле кейем һайларға тырышыуыма һатыусы аптырап ҡарай.

– Булһа ни? – тип һаман да ныҡышмал миңә ярамаған ҡыҫҡа еңлене һуҙа.

Асыуланып уға текәләм:

– Һеҙ мине ишетәһегеҙме, аңлайһығыҙмы ул?

Ул һүҙһеҙ буш еңен елпелдәтә.

– Ҡара, ә минең ҡулым бөтөнләй юҡ...

Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: