Кемдер, уны үҙе тоҡандырмаһа ла, һинең усағыңа йылынырға килә. Уны йылыта алғанға һин шат булаһың.
Кемдер, усағыңда утың бөтөү менән, һине ташлап китә – яҡтың да, йылың да, һалҡының дә кәрәкмәй... Ул башҡа йылы, башҡа усаҡ эҙләй. Һәм уны таба ла. Ундай кеше, бәлки, унлаған, егермеләгән усаҡ тирәһендә уралалыр. Уға үпкәләп тә, уны үҙгәртеп тә булмай. Уның асылы шундай.
Ҡайһы берәү һиңә, ихлас йылмайып, утынын тотоп килә. Ул яңы һулыш өрөүгә һәләтле. Һүндем, һүрелдем тигәндә, һеҙҙең усаҡ тағы ла дөрләңкерәп яна.
Иң матур усаҡ – ул, моғайын, төнгөһөлөр. Унан күтәрелгән осҡондар, әйтерһең, йондоҙ булып, Йыһанға сәселә. Ошонан да ҙурыраҡ бәхеттең булыуы мөмкинме, мәл, туҡтап тор, мин йәшәйем, йәшнәйем, тип уйлайһың. Төндәге усаҡ яҡтыһына күбәләктәр, серәкәйҙәр килеп, һине тешләп йонсотоусан. Улар ғына ла түгел, әллә ҡайҙа аҙашҡан юлсы ла уны күреп йүнәлеш ала. Һәм һин аҙашҡанға маяҡ булғаныңа ҡыуанаһың.
Усағыңдан бүре-фәлән дә ҡурҡа – һин шул яҡтылыҡтың сығанағы булыуың менән көслөһөң, ҡеүәтлеһең, ҡөҙрәтлеһең.
Һин яҡҡандың осҡононан башҡа усаҡтар ҡабына – уны күсереп алалар. Шулай итеп, тағы ла күркәмерәк, көслөрәк усаҡтар хасил була. Берәү усағына бер кемде лә яҡын килтермәй, ә икенсенекенән меңәрләгән кеше йылына.
Усаҡ – ул Ерҙәге Ҡояш, һинең йөрәгең тибеше, ғүмерең сығанағы, килер көндәргә өмөтөң, таянысың, хазинаң. Ул булғанда, тимәк, Ерҙә йәшәү бар. Өй усағы, ғаилә усағы, күңелең усағы. Усаҡтар һүнмәһен, һүрелмәһен! Бына шул усаҡтарҙы дөрләтеп, төтәтмәй, гөрләтеп йәшәргә булһын! Усаҡ күңелегеҙҙә, йөрәгегеҙҙә мәңге янып торһон. Яҡындарыбыҙ беҙ яҡҡан усаҡҡа йылынып йәшәһен!