Ҡунаҡҡа йөрөү кешенең йәшәү көсөн, иммунитетын арттыра икән. Сөнки аш-һыу аша беҙгә көс инә. Ә уны әҙерләгән хужабикә уға үҙ ҡеүәтен һала. Шулай итеп беҙ, көнбағыштар һымаҡ, бер-беребеҙгә йылы өләшәбеҙ, бер-беребеҙҙе тулыландырабыҙ, дәрт өҫтәйбеҙ, илһамландырабыҙ.
Ҡунаҡ менән бергә өйгә бәрәкәт, ҡот инә. Уның менән бергә насар энергетика ла сығып китә икән. Был хаҡта бер хәҙистә лә асыҡ әйтелә: «Мөхәммәт пәйғәмбәр с.ғ.с ҡунаҡ булғас, рәхмәт әйтә лә үҙе өйҙән сыҡҡанда тупһаға ҡарарға ҡуша. Ҡунаҡ менән бергә төрлө ерәнес заттар ҙа – тараҡандар, бөжәктәр, селәүҙәр сыға». Икенсе хәҙистәрҙә: «Әгәр Аллаһы Тәғәлә кемгәлер яҡшылыҡ ҡылырға теләһә, уға ҡунаҡ рәүешендәге бүләк яһай. Ҡунаҡ менән йортҡа муллыҡ килә, уның менән бергә хужаның гонаһтары китә»; «Аллаһы Тәғәлә ҡунаҡсыл өйҙө һәм уның хужаларын ярата. Унда ҡот һәм бәрәкәт инә», – тиелгән.
Ҡунаҡ килһә, өйҙөң энергетикаһы яңыра, яҡтыра. Сөнки ул беҙ күптән күреп күҙ өйрәнгән әйберҙәргә яңы ҡараш ташлай. Уларға йән өргәндәй була.
«Ҡунаҡ булһаң, тыйнаҡ бул!» – тип юҡҡа киҫәтмәгәндәр. Ҡунаҡ та артыҡ нәмәләрҙе күрмәҫкә тейеш. Хужабикә ҡунағынан ҡашығаяҡ йыуҙырмай. «Бер көн – ҡунаҡ, икенсе көн – муйнаҡ» тигәне лә сит өйҙә оҙаҡ ҡул ҡаушырып ултырырға ярамағанлығына ишара.
Иран тарафтарында бер өләң ишеткәйнем. Унда сәсән ҡатынының ҡунаҡ яратмағанлығы арҡаһында үҙен бәхетһеҙ тойоуы, «үҙ өйөңә теләгән кешеңде алып ҡайта алмағас, ул ниндәй йәшәү?» тигән һорау ҡуйыуы бәйән ителә ине. Ысынында шулай. Йәнең теләгән кешеләр менән аралашып, ҡунаҡҡа саҡырышып, дәрт, илһам алып йәшәүгә ни етә?