+23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Баш мөхәррир һүҙе
24 Июнь 2021, 16:16

Мөғжизәле төймә

...Бер кеше тик изге эштәр генә ҡылып йәшәргә уйлаған. Күп һәйбәт ғәмәлдәр башҡарған ул, әммә үҙендә яҡшы яҡҡа артыҡ үҙгәреш тоймаған. Урамдан үтеп барғанда бер ҡарсыҡтың пальтоһы төймәһенең төшөп ҡалыуын шәйләгән.

Уйлай икән: «Ята бирһен әйҙә! Донъяла төймә бөткәнме? Шуның өсөн эйелеп тораммы инде хәҙер?» Шулай ҙа теге ҡарсыҡты ҡыуып етеп, ерҙән алған төймәне ҡулына тоттора. Һәм был ваҡиғаны ул шунда уҡ онота. Аҙаҡ үлеп китә. Теге донъяла уға үлсәү күрһәтәләр: һул яҡлап – ул ҡылған яуызлыҡтар аҫҡа тарта, ә уң яҡлап бер ни ҙә юҡ, ти. «Эх, – ти кеше, – бында ла уңманым!» Шул ваҡыт фәрештәләр уның баяғы төймәһен үлсәүгә осортоп алып килеп һалалар. Изгелек яғы өҫкә ҡалҡа, ти. «Бер төймә нисек минең барлыҡ аламалығымды еңә алды икән? – тип аптыранған кеше. – Күпме изге эштәр ҡылдым, улар береһе лә иҫәпкә алынманы микән ни?!» Шул ваҡыт ул фәрештә тауышын ишеткән: «Һин изге эштәрең өсөн маһайып йөрөгән өсөн улар юҡҡа сыҡты. Ә онотҡан бер төймә үҙеңде тамуҡ утынан йолоп алып ҡалды!»
Ысынында, донъяла бик күп изгелектәр ҡылына. Уйламаған ерҙә үҙебеҙ белмәгән кеше ярҙам ҡулы һуҙа. Ҡайһы ваҡыт уйҙар сөңгөлөнән сығырға бер йылы ҡараш, ваҡытында әйтелгән бер һүҙ етә. Изгелек эшләп тә кешеләргә асыу тотоп, уларҙан кире нимәлер өмөт итеп йөрөгәндәр үҙҙәрен генә бөтөрә. Шуға ла халҡыбыҙҙың бик аҫыл мәҡәле тағы ла телгә килә: «Изгелек эшлә лә һыуға һал, балыҡ белер, балыҡ белмәһә, халиҡ белер...» Хоҙай белер... Һәр кем үҙе, ғаиләһе, туғандары, торған ере – тыуған ере өсөн яуаплылыҡ тойоп йәшәһен өсөн, ғүмерҙең бер генә булыуын, ваҡыттың етеҙлеген, уны бушҡа исрафларға ярамағанлығын аңларға тейеш. Донъя беҙҙе уратып алған тәбиғәт, кеше ҡулы булдырған гүзәллектәр менән генә түгел, рухиәтебеҙ, халҡыбыҙ тыуҙырған күңел ынйылары, хазиналары менән дә матур. Уларҙы түкмәй-сәсмәй киләһе быуынға тапшырыу – беҙҙең изге бурысыбыҙ. Был да мөғжизәле төймә кеүек. Тотоп йә үлсәп ҡарап булмай, әммә ауыр тарта.
Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: