+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Тыныслыҡ ҡәҙере

Тыныслыҡтың ҡәҙерен һәм баһаһын беҙ онота төштөк, буғай. Ҡаҙандағы ҡурҡыныс ваҡиға йөрәктәргә шом һалды. Бихисап һорауҙар тыуҙырҙы. Ниңә йәш кенә бала йөрәгенә кешеләргә ҡарата нәфрәт, асыу инеп оялаған? Ниңә яҡындары уның йәмғиәт өсөн ҡурҡыныс була барыуына күҙ йомоп ҡараған? Иңенә мылтыҡ аҫып урам буйлап үткәндә ниңә берәүһе лә уны туҡтатмаған? Берәүҙең бер кемдә эше булмауы шунда сағыламы? Ниңә ул бер тапҡыр мәктәпкә килеп киткәнендә һаҡсының күңелендә саҡ ҡына булһа ла шик уянмаған? Бәлиғ булһа ла, кеше өсөн ата-әсә, туғандар, нәҫел, зат-ырыу яуаплы булған бит элек-электән? Берәүҙең яңылыш юлға төшөп барыуын күреү, уға терәк булыу, иң ҡуйыу, туғаным, тип өҙөлөү юғала барыуында түгелме был бәләләрҙең тамыры? Кешенең яңғыҙлығы Йыһандай сикһеҙ, океандарҙай киң, даръялай бейек, упҡындай тәрән. Ғаилә йылыһы, туғанлыҡ, дуҫлыҡ, мөхәббәт кеүек изге төшөнсәләр генә унан йолоп алыуы мөмкин. Ә беҙҙең күберәк ваҡытыбыҙҙы аҡса артынан сабыу, эшкә бирелеү, интернет киңлектәрендә юғалыу ала. Күршеләрҙе белмәй йәшәйбеҙ. Элекке кеүек йәтимдәрҙе хәстәрләү онотола төшкәндәй.

Йөрәктәребеҙҙе миһырбанлыҡ урынына йөн баҫмаһын ине. Уның өсөн балаларыбыҙҙы тәбиғәтте, кешеләрҙе, хеҙмәтте, хайуандарҙы, донъяны яратырға өйрәтәйек, гүзәллекте күрә һәм таный белергә йүнәлтәйек. Күңелдәге ҡара болоттарҙы таратып, ҡояшын ялтлатып, мөғжизәгә, яңырышҡа асылайыҡ.
Ҡорал һатып алыу хоҡуғы йәшен күтәреү, мәктәптәрҙә һаҡты көсәйтеү, балаларға ошондай мәлдә юғалып ҡалмаҫҡа өйрәтеү хаҡында һүҙ ҡуйыртҡанда, ғаиләләге йылылыҡты арттырыу, рухиәтте байытыу, илһөйәрлек, мөхәббәт, дуҫлыҡ тойғоларын көсәйткән әҫәрҙәр уҡыу, баҫмаларҙы яҙҙырыу, фильмдар ҡарау, ҡаһарман кешеләр менән осрашыу, улар өлгөһөндә тәрбиәләү, интернетта ултырыуҙы сикләү, хәрәкәтсән уйындарҙы, команда рухын тергеҙеү тураһында хәстәрлек күрергә тейешбеҙ, минеңсә.
Шаһит киткән йәндәр беҙҙе ғәфү итһен. Тән йәрәхәте төҙәлер, йән йәрәхәте – мәңгелек. Был тетрәнеү кешелеккә ҡаты киҫәтеү булды. Дөрөҫ йәшәйбеҙме беҙ? Аяныслы ваҡиғанан һабаҡ алырбыҙмы? Күктән бер ғәйепһеҙ сабый күҙҙәре баға. Беҙгә төбәлгән ул ҡараштар. Ә беҙҙең яуап ниндәй?
Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: