-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Баш мөхәррир һүҙе
25 Март 2021, 15:54

Шаулап-гөрләп килә сыуаҡ яҙ!

Ишеткәнегеҙ барҙыр, ҡатын-ҡыҙҙар ирҙәргә ҡарағанда ауыртыуға күпкә сыҙамлы тигәнде? Гүзәл заттар сағыштырмаса әҙерәк ауырый икән. Беҙ уларҙан, көслө заттан, ун йылға оҙағыраҡ йәшәйбеҙ. Ауырлыҡтарҙы ла уларға ҡарағанда еңелерәк үткәрәбеҙ. Бер юлы әллә нисә эште башҡара алыуыбыҙ беҙҙең психиканың һығылмалылығына бәйле. Ҡатын-ҡыҙ, физик йәһәттән көслө булмаһа ла, рухи яҡтан сымыры, ҡарар күҙгә лә күркәм. Ул үҙ сиратында уның әсә булыуына һәм ғүмер бүләк итеүенә лә бәйле. Был – бөйөк миссия. Тәбиғәт гүзәл затты шуға ла матур ҙа, көслө лә, хисле лә, йомшаҡ та, яғымлы ла, нәфис тә итеп яралтҡан.

Ниндәй генә ауыр эштәр атҡарып, ҡайғылар күтәрһә лә, күпселектә уның күңеле миһырбанлы, изге булып ҡала. Әгәр ҙә йәмғиәт, кешелек уға гүзәл затҡа ҡараған һымаҡ итеп ҡарауҙан туҡтаһа, үлсәү боҙола, аһәң юҡҡа сыға. Әсәгә булған ихтирам – ул ошо тәбиғи тәртипте һаҡлау, йәшәйеште ҡайғыртыу, киләсәкте хәстәрләү, тип тә аңларға кәрәк. Уны көслө заттан алда сығып һүҙ әйтә алмаған матур уйынсыҡ итеп түгел, ә төплө аҡыллы, һәләтле тиң зат итеп күргән йәмғиәт ота ғына. Эйе, беҙҙе ирҙәр менән сағыштырыу урынһыҙ. Быны фән дә иҫбатланы. Беҙ донъяға төрлө күҙлектән ҡарайбыҙ. Гүзәл зат тормошто йөрәк, хис-тойғолар ярҙамында танып белһә, ир-ат зиһен көсөнә таяна. Ошонан сығып, беҙ бер-беребеҙҙе тормошта тулыландырып йәшәйбеҙ, тип әйтеп була. Береһе кәмеһә лә – бөтөнлөк юғала, йәм бөтә.
Ҡатын-ҡыҙға күп осраҡта көслө булырға кәрәк. Һынмаҫ ихтыяры, сыҙамлыҡ, ныҡышмалыҡ, арымай-талмай алға барыу уға йәнә лә ҡөҙрәт, киләһе көнөнә ышаныс өҫтәй. Ә бәхет уның өсөн – үҙен яҡлаулы, һаҡлаулы, хәстәрле тойоуы, һөйөү һәм нур тулы йорто, ҡайтып инер тупһаһы, әсәй, тип өҙөлөп тороусы балалары, ел-дауылдан ышыҡлаған ғаиләһе булыуы. Шунда ғына ул сәскә ата, бер нәмәгә лә бирешмәй. Әгәр күңел йылылығы, кешеләрсә мөнәсәбәт, уның һәләтен һәм аҡылын таныу булмаһа, ҙур аҡсалар ҙа, алтын-көмөш тулы һарайҙар ҙа, әллә ниндәй затлы кейемдәр ҙә бәхетле итмәй уны. Үҙенең ерҙәге урынын, ғаиләләге абруйын һаҡлар һәм тотор өсөн ҡатын-ҡыҙға үҙенә тырышырға, мөһимдән – мөһим түгелде, кәрәктән – кәрәкһеҙҙе, мәғәнәленән мәғәнәһеҙҙе айыра белергә, үҙенең һаулығы һәм күңел торошо өсөн арымай-талмай эшләргә, тимәк, үҙен яратырға кәрәк!
...Һәр көндә үҙебеҙҙе бәхетле тойһаҡ ине. Хатта бәхет өсөн бер сәбәп тә булмағанда ла. Көйөнөр, эс бошорор өсөн сәбәптәр күп ул. Сөнки тормош камил түгел. Әммә беҙ – иҫән-һау! Уйлы, аҡыллы, зирәк кеше өсөн донъя шул тиклем матур! Тағы ла еребеҙгә йәшнәп-күкрәп, аллы-гөллө итәктәрен елберләтеп, ихлас, сыуаҡ яҙ килә. Бәхет килә! Ошо бәхетебеҙ ҡотло булһын, әхирәттәр!
Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: