+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Баш мөхәррир һүҙе
28 Ғинуар 2021, 13:09

Оҙаҡ йәшәү өсөн баҫма

Быйылғы йыл Һаулыҡ һәм оҙаҡ йәшәү йылы тип иғлан ителде. Кемдең күпме йәшәре маңлайына яҙылған, тыуым менән үлемде кисектереп булмай, тигәнерәк һүҙбәйләнештәр аша халҡыбыҙҙың ғүмергә мөнәсәбәте һиҙелеп ҡалғандай. Әммә был мәҡәлдәр, моғайын, булған хәлгә күнеү, артыҡ ҡайғы-һағышҡа бирелмәү, хәсрәтле кешене йыуатыу өсөн дә әйтеләлер. Яҙмышҡа, Хоҙайға ышаныу үҙеңдең сәләмәтлегеңә ҡул һелтәп ҡарауҙы аңлатмай. Хәрәкәттә – бәрәкәт, тип, күптәр йылды, төркөмдәр менән саф һауаға сығып, етеҙ уйындар уйнау, хәрәкәтләнеү менән башлап ебәрҙе. Ҡартайыу – ул мускулдарҙың эшләмәй тороуы арҡаһында бушауы, мөсһөҙләнеүе икән. Хәрәкәт ярҙамында уларға көс инә, хатта һырҙар яҙыла, артыҡ майҙар китә. Шатлыҡ гормондары тап хәрәкәтләнгән саҡта барлыҡҡа килә, баҡтиһәң!

Редакцияға бер мәл ауылда яңғыҙ донъя көткән ағай килеп инде. Ауыр түгелме бер үҙегеҙгә, тип йәлләп ян-яҡтан һорауҙар яуҙырабыҙ. «Беләһегеҙме, эс бошоп киткәндә нишләйем? Өйөрөлөп-өйөрөлөп, тыпырҙатып бейейем!» – ти ул, йылмайып. Һәр кем дә бейей алмай, әлбиттә. Әммә һәр беребеҙҙең үҙе яратҡан, тәнен яҙҙырған, хәрәкәтләндергән шөғөлө, хәстәре бар. Әле бына күпертеп ҡар яуып һалды. Кешеләр шатлана-шатлана, көрәктәрен тотоп, урамға һуҡмаҡ һалырға ашыҡты. Ә был һуҡмаҡтар, юлдар ҡайҙа илтә, беләһегеҙме? Дөрөҫ! Бер-беребеҙгә! Беҙ аралашыуҙан көс алабыҙ. Эште бергә-бергә башҡарғанда ул ап-анһат тойола. «Ҡатын кеше ҡатын кешенән быуаҙый» тигән мәҡәлдә лә дөрөҫлөк бар бит. Беҙ, гүзәл заттар, һөйләшеп, кәңәшләшеп алһаҡ, тау аҡтарырҙай булабыҙ.
Әле һеҙҙең ҡулығыҙҙа – 2021 йылдың тәүге һаны. 53 йыл дауамында ҡатын-ҡыҙҙың, барлыҡ ғаилә ағзаларының яҡын дуҫына, кәңәшсеһенә әйләнгән баҫмабыҙ менән дуҫлығығыҙ һыналған һәм уны һеҙ тағы ла раҫланығыҙ. Ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Беҙ дуҫлыҡ ҡәҙерен баһалайбыҙ һәм һеҙҙең өсөн эшләйбеҙ. Был йылда ла оҙон ғүмергә илткән баҫмабыҙ нығыныр, уны ҡаҡшамаҫ итер өсөн барлыҡ көсөгөҙҙө һалырһығыҙ, тип өмөтләнәбеҙ. Яңы йыл ҡотло булһын, өйҙәрегеҙгә бәрәкәт, күңелдәрегеҙгә нур, ғаиләләрегеҙгә именлек теләйбеҙ!
Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: