Моңһоуыраҡ башланһа ла, был һүҙҙәрҙә йәшәүгә дәрт уятыусы ҡеүәт бар. Кешенең китер ваҡыты ла бер кемгә лә билдәле түгел. Бигерәк тә әлеге шарттарҙа. Ике аҙна ғына элек йылмайып-көлөп һөйләшкән кешең бөгөн – яҡты донъяларҙа юҡ. Ҡарт та түгел ине үҙе, тип уйланаһың. Ай күргән, Ҡояш алған, серҙән килгән – сергә киткән һымаҡ. Кешенең артынан яҡты нур ҡала, хәтер ҡала. Шул ҡалғандарға йәшәүгә көс, ҡеүәт бирә. Йәшәгәндәр көстө йәнә лә изгелек ҡылыуҙан, яҡындарын йылытыуҙан, матурлыҡ тыуҙырыуҙан – ижадтан ала. Беҙ һәр ҡайһыбыҙ үҙ көнөбөҙҙө, тормошобоҙҙо үҙебеҙ ижад итәбеҙ. Ваҡиғаларға булырға үҙебеҙ булышабыҙ. Бөгөнгө көндә ниндәйбеҙ һәм нисек йәшәүебеҙ ҙә үҙебеҙ уйлаған уйҙарҙан, эшләгән аҙымдан хасил була.
Беҙҙе көйөндөргән дә, һөйөндөргән дә 2020 йыл тарих биттәренә күсә. Йыл аҙағында беҙ үткәндәргә йомғаҡ яһарға, яңы маяҡтар билдәләргә яратабыҙ. Әгәр бөгөн беҙ тере икән – әле өмөт бар. Алда ғүмер бар. Ә уны нимә менән тултырыуыбыҙ үҙебеҙҙән тора. Яңы йылды тик яҡты уйҙар, изге хыялдар менән ҡаршы алыуығыҙҙы теләйбеҙ! Бер кешенең теләге, тотош кешелектең теләге, ҡеүәтле нур булып, киләсәгебеҙҙе яҡтыртһын. Көйөнөстәр һеҙҙе урап үтһен! Журналыбыҙ менән бергә өйҙәргә тик яҡтылыҡ ҡына ағылһын.